“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сираттағы тапҡыр күҙәтеүсе-блогерҙар менән тура бәйләнеш үтте. Дәүләкән районында тауыш биреүҙең нисек барыуы тураһында Ольга Юдина һөйләне. – Беҙҙә барыһы ла тыныс үтә. Кешеләр күмәкләп, ғаиләләре менән бергә килә. Халыҡтың кәйефе яҡшы, байрамса. Бөгөн өлкән йәштәгеләр һиҙелерлек артты, электән ҡалған йола буйынса улар йәкшәмбе көндә йөрөй бит, – тине ул. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, комиссия рәйесе урынбаҫары Рита Некрасова күҙәтеүсе булараҡ Сибай ҡалаһында эшләй. Ул да урындағы участкаларҙың береһенән тура бәйләнешкә сыҡты. – Сибайҙа барыһы ла тыныс. Бер нисә һайлау участкаһында булдыҡ, эш барышын ҡараныҡ. Әле мин халыҡ ижады үҙәгендә урынлашҡан участкаламын. Артта күреүегеҙсә, халыҡ ҡул эше менән була. Бында һәр теләгән кеше оҫталыҡ-дәресендә ҡатнаша ала: улар беҙҙең махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә бетеүҙәр эшләй. Был эш халыҡты бик берләштерҙе. Әлеге ваҡытта халыҡтың 42 процент самаһы тауыш биргән, – тине ул. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.