Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һигеҙ балаһы менән килгән һәм был... яртыһы ғына

“Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Наталья Фәрхетдинова машиналар эшләү колледжының икенсе корпусы бинаһында урынлашҡан 466-сы участкала булды, тип хәбәр итә “Красное знамя” гәзите. Нефтекамала йәшәгән ҡатын һигеҙ балаһы менән һайлау участкаһына килгән. Ә иң ҡыҙығы, Наталья балаларының барыһын да түгел, яртыһын ғына килтергән – ҡатындың ун алты балаһы бар. Ул һайлау процедураһын үҙ күҙҙәре менән күрһен өсөн өлкәндәрен генә алған. “Бына шулай, әүҙем тормош позицияһы булған ата-әсәләр шәхси өлгөһө менән һайлаусыларҙың киләсәк быуынына тауыш биреүгә яуаплы ҡараш тәрбиәләй”, – тип яҙҙылар гәзиттә. Фото: “Красное знамя” гәзите.