Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәхетегеҙҙе бөгөн дә һынап ҡарай алаһығыҙ

Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы дауам итә. Һайлауҙың тәүге ике көнөндә дүрт отош үтте лә – икәүһе тәүге көндә һәм кисә тағы икәү булды. “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингҡа акцияны ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина килде. Уның әйтеүенсә, ҡиммәтле бүләктәр отҡан кешеләр үҙенең бәхетенә ышанмай. Тәүге минуттарҙа шок тойғоһо кисерәләр, аҙаҡ ҡыуаналар. Мутлашыусыларҙан һаҡланып, телефон трубкаларын алмағандар ҙа бар икән, уларға СМС хәбәрҙәр яҙалар. Ғәҙәттәгесә, акцияла ҡатнашырға һәм билеттарын теркәргә теләгән кешеләр һаны ҙур. Шуға күрә сайтта көсөргәнеш барлыҡҡа килгән. Быны күҙ уңында тотҡан ойоштороусылар өҫтәмә теркәлеү формаһын эшләгән. Бынан ары үҙегеҙҙең QR-билеттарығыҙҙы ошо: https://clck.ru/3D5mTB һылтанма буйынса теркәй алаһығыҙ. Бынан тыш кисәге көндә сайтҡа сит ил хакерҙары һөжүм иткән. Сайт эшләүен эшләй, тик тиҙлеге кәмегән. Бөгөн сәғәт икелә һәм кисен йәнә приздар уйнатыу көтөлә. Шуға күрә кемдәр бармаған, тиҙерәк һайлауға барығыҙ һәм браслет алып, теркәй һалығыҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.