Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нуғайҙа юлдар яҡшырасаҡ

Быйыл Өфө ҡалаһына ҡараған Нуғай ауылында Совет урамының Рощино урамынан Теләктәшлек урамына тиклемге өлөшөн ремонтлаясаҡтар. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар “ милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги “) ярашлы башҡарыла. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, Парад урамында ла ремонт эштәре ойоштороласаҡ – бындағы эш Социаль маҡсатлы саралар программаһына ярашлы бүленгән аҡса иҫәбенә үткәреләсәк. “Парад урамын ремонтлау өс этапта башҡарыласаҡ, ул Ватан урамына барып еткәс тамамланасаҡ. Быйыл эштең беренсе этабын башлайбыҙ. Тиҙҙән подряд ойошмаһы ла аныҡланасаҡ, улар кисекмәҫтән ремонтҡа тотонорға тейеш”, – ти Мәүлиев. Бынан алдараҡ өфөләрҙе Киров районында проектлаштырылған ике урамға исемдәр өсөн тауыш бирергә саҡырғайнылар. Фото: "Башинформ".