Башҡортостанда һайлау башланыу менән республикала тауыш биреү барышын оператив рәүештә яҡтыртыу өсөн “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башланы. Бөгөн ул өсөнсө тапҡыр асылды. Журналистарҙың эше Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлау менән башланды. Матбуғат үҙәге эшен Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова менән Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов асты. – Һайлауҙың икенсе көнө лә республикала тыныс үтте. Тәртип, закон боҙоу осраҡтары булманы тиерлек. Йәмәғәт күҙәтеүселәре әүҙем эшләй. Социаль селтәрҙәрҙә уларҙан 12 мең самаһы пост баҫтырылған. Шәмбе көнө кеше әҙ килә тиһәләр ҙә, кисә барыһы ла һәйбәт булды. Башҡортостанда тауыш биреү үҙенсәлекле, кешеләр берәмләп килмәй тиерлек. Ғәҙәттә, ғаиләһе, балалары менән киләләр. Милли колорит күп. Милли кейемдәрҙә күп киләләр, бейейҙәр. Бөгөн өлкәнерәктәрҙе күберәк көтәбеҙ, улар йола буйынса йәкшәмбе йөрөй, – тине Лида Исәргәкова. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, журналистар яғынан закон боҙоуҙар юҡ. Бөтә матбуғат саралары ла әүҙем эшләй. Иң күп материалдарҙы баҫма матбуғат бирә, уларҙан һуң телевидение килә. Эш яҡшы ойошторолған. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.