Украиналағы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү – һәммәбеҙҙең дә мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ысынлап та, кемдәрҙер маскировка селтәре үреү менән шөғөлләнә, икенселәр кәрәк-яраҡ йыйыуға әүҙем тотонған, аҡсалата биреүселәр ҙә күп, быларҙын тыш һалдаттарға гуманитар ярҙам оҙатыуҙы үҙҙәренә маҡсат итеп алыусылар ҙа бихисап. Мәҫәлән, күптән түгел Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы ылау оҙатылды. – Махсус хәрби операция биләмәһендәге беҙҙең яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар конвой имен-аман барып еткән, – тип яҙҙы "Бәйләнештә" социаль төркөмөндә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. – Ошо кәрәкле йөктө оҙатып барыусы ир-аттарыбыҙ тейешле урынға килгән һәм яҡташ һалдаттарыбыҙҙың ҡулына барыһын да тапшырған, әлбиттә, тыуған төйәктәренән һәм хәйбуллаларҙан ҡайнар сәләм дә еткергән. Рөстәм Динислам улы билдәләүенсә, был юлы ла ил һаҡсыларына тик кәрәк-яраҡ ҡына йыйылған. "ГАЗель" маркалы автомобиль, күсереп йөрөтмәле йәки тәгәрмәсле мунса, ил һағына баҫ