Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҡты ҡаранан айырыу ҡыйын түгел

“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперт политологтар Тимур Венер улы Вәлитов менән Илфат Зәки улы Сәмсетдинов журналистарға Башҡортостан Башлығы һайлауына әҙерлек тураһында һөйләне. – Һайлауҙың өс көн булыуы бик яҡшы, был эшләгән кешеләр өсөн уңайлы. Йома эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, күп кенә һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне, – тип белдерҙе Илфат Сәмсетдинов. Белеүебеҙсә, һайлауҙа тыныслыҡты боҙорға теләүселәр ҙә булған. – Йәмәғәт палатаһы тарафынан 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнде һәм һәр һайлау участкаһында күҙәтеүселәр эшләй. Өфө районында бер һайлаусы! “Һайлау участкаһында тауыш биреүгә ҡаршылыҡтар бар”, – тип хәбәр итте. Шунда уҡ ундағы күҙәтеүсе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм йәмәғәт күҙәтеүсеһе видеяҙма аша һайлау участкаһының нисек эшләүен күрһәтте. Ғауға сығарыуға юл ҡуйылманы. Ялған бюллетендәр менән фейк хәбәр таратыусылар булды – был да ялған мәғлүмәт ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡты – ҡараға, яҡшылыҡты – яманға әйләндереүселәрҙең беҙгә

“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперт политологтар Тимур Венер улы Вәлитов менән Илфат Зәки улы Сәмсетдинов журналистарға Башҡортостан Башлығы һайлауына әҙерлек тураһында һөйләне. – Һайлауҙың өс көн булыуы бик яҡшы, был эшләгән кешеләр өсөн уңайлы. Йома эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, күп кенә һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне, – тип белдерҙе Илфат Сәмсетдинов. Белеүебеҙсә, һайлауҙа тыныслыҡты боҙорға теләүселәр ҙә булған. – Йәмәғәт палатаһы тарафынан 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнде һәм һәр һайлау участкаһында күҙәтеүселәр эшләй. Өфө районында бер һайлаусы! “Һайлау участкаһында тауыш биреүгә ҡаршылыҡтар бар”, – тип хәбәр итте. Шунда уҡ ундағы күҙәтеүсе менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм йәмәғәт күҙәтеүсеһе видеяҙма аша һайлау участкаһының нисек эшләүен күрһәтте. Ғауға сығарыуға юл ҡуйылманы. Ялған бюллетендәр менән фейк хәбәр таратыусылар булды – был да ялған мәғлүмәт ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡты – ҡараға, яҡшылыҡты – яманға әйләндереүселәрҙең беҙгә маҡсаттары билдәле түгел. Әммә беҙ белеп торабыҙ, ундай бер ҡатлы ҡотҡо таратыусыларға бирешеп бармайбыҙ, – тине Тимур Вәлитов. Илфат Сәмсетдинов та был темаға ҡарата фекере менән уртаҡлашып, һуңғы йылдарҙа халыҡтың 60 процентының сәйәси мәҙәниәте үҫеүе күҙәтелде, тине. – Аҡты ҡаранан айырыу ҡыйын түгел. Үҙем дә бер нисәмә тапҡыр һайлау участкаһы рәйесе булып эшләнем, шуға ла һайлау темаһын яҡшы беләм. Әҙерлек эшен йәйге ваҡыттан уҡ алып бара инек – һайлаусыларҙың исемлеген тулыһынса тикшереп йөрөнөк һәм шул саҡта уларҙың һорауҙарына ла яуап бирә торғайныҡ. Шул саҡта халыҡтың әүҙемлеген тойманыҡ, әле иһә кешеләрҙең әүҙем булыуы күренә, – тине Илфат Зәки улы. Тимур Вәлитов белдереүенсә, был һайлау тыныс үтеп бара, мөрәжәғәттәр бик әҙ килгән. Булғандары ла һайлауҙы ойоштороуға ҡағыла. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан