Тауыш биреүҙең тәүге ике көнө үтеп тә китте. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәнә һайлау участкалары асылды – һайлауҙың һуңғы, өсөнсө көнө башланды. Традицион рәүештә улар иртәнге сәғәт һигеҙҙә үҙ ишектәрен асты. Ә улар әҙ түгел – 3302. Һәм хатта Мәскәү ҡалаһында бер комиссия төҙөлгән. Быйыл Башҡортостан сәйәси кампания өс көн дауам итә – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә. Иң мөһиме беҙ киләсәгебеҙҙе – Башҡортостан Башлығын һайлайбыҙ. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла. Алдағы ике көндә тауыш биреүселәрҙең 51,78 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда тәүге ике көн тыныс үткән, әллә ни закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ҡаты сирле кешеләр, уларҙы ҡараған һәм башҡа етди сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына бөгөн сәғәт 2-гә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54. Белгестәр әйтеүенсә, йәкшәмбе көн электән ҡалған йола буйынса өлкән йәштәге кешеләр тауыш бирә. Шуға күрә бөгөн дә килеүселәр күп булыр тип көтөлә. Ә һеҙ тауыш бирҙегеҙме әле? Өлгөрмәгән булһағыҙ, быны бөгөн эшләй алаһығыҙ.