Найти тему
Башҡортостан гәзите

Имамдар һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Учалы ҡалаһы һәм районының имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закиров һайлауҙарҙы изге эш тип иҫәпләй. Ул Учалы ауылында, 3129-сы һайлау участкаһында тауыш биргән. Ул бер ҡасан да бындай мөһим ваҡиғаны ҡалдырмауын белдерҙе. – Ниңәлер, әгәр диндар кеше булһа, ул һайлауҙарға битараф тип иҫәпләйҙәр. Һис тә юҡ! Һайлауҙар – ул һәр гражданынға диненә ҡарамай үҙенең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү һәм йәмғиәт үҫешенә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге. Һайлауҙа ҡатнашыу һәр мосолмандың хоҡуғы ғына түгел, бурысы ла булып тора. Ислам күҙлегенән ҡарағанда кеше социаль әүҙем булырға, йәмғиәттә барған процестар өсөн борсолорға тейеш. Был республикабыҙ тормошонда мөһим осор, өҫтәүенә ҡала һәм район Советтарына депутаттар һайлайбыҙ, был да мөһим. Бөгөн республикабыҙҙа һәм тотош илебеҙҙә төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Бөгөн дә күп милләтле республикабыҙ халҡы һис ҡасан булмағанса берҙәм. Һуғыш яланында, тылда һәм бына бөгөн һайлауҙарҙа, – тип билдәләне Дим хәҙрәт Закиров. – Беҙ, дини эшмәкәрҙәр, үҙ яғыбыҙҙан, һәр ваҡыт илебеҙҙең именлеге, лидерҙарыбыҙ һәм, әлбиттә, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙәребеҙ өсөн иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары һәм еңеүҙәре өсөн доға ҡылабыҙ. Шулай уҡ хәлебеҙҙән килгәнсе ҡыйыу яугирҙәребеҙгә, гуманитар йөктәр оҙатыуҙа ҡатнашып, ярҙам итәбеҙ. Район һәм ҡаланың дин әһелдәре һәр ваҡыт райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, сөнки уларҙың барыһының да проблемалары уртаҡ. Фото һәм сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.