Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

200 мең һумын төшөрөп ҡалдырҙы...

Тубыҡ һыҙлап балнисҡа йөрөй башлағайным. Бер көн алдымдан бер ир китеп бара. Ныҡ аҡһай. Үҙе ҡысҡырып телефондан һөйләшә. Шул саҡ нимәһендер төшөрөп ебәрҙе. Мин ҡысҡырҙым, ишетмәне. Мин дә ауыртҡан тубыҡ менән саҡ барып еттем. Ҡараһам, портмоне. Ҡалын, ауыр. Эсенән күкһел ике меңлектәр, ҡыҙыл биш меңлектәр күренә. Шул ваҡыт үҙемдең кредитымдың бер нисә түләүенән ҡотола алам тип уйлап өлгөрҙөм. Ҡаршыға ла, арттан килгән дә кеше юҡ. Йәһәт кенә сумкама тыҡтым... Шунан ҡыйын булып китте. Ирҙе табып юғалтҡан аҡсаһын бирҙем. Ул аптырап китте лә, "ух 200 мең аҡсаны юғалта яҙғанмын бит, икенсе картаға һалырға кәрәк, тип өлгөрә алмай йөрөй инем", тине. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан икән. Миңә көсләп ике биш меңлек тотторҙо. Рәхмәт әйтешеп хушлаштыҡ. Күңелгә еңел булып ҡалды. P.S. Һеҙҙең менән шундай хәлдәр булғаны бармы? Кемдең кеше юғалтҡанды кире ҡайтарғаны бар? Ниндәй хистәр кисерҙегеҙ ул ваҡытта? Сығанаҡ: https://vk.com/wall-202792286_15912 Нәсих Хәлисов фотоһы.