Калугала барған «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә бөгөн тура эфирҙа дүрт конкурс проекты асылды. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңеүсе йәмәғәт биләмәләре араһында Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһы ла бар. ✅ 2022 йылда Мәләүез VII Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында «Мәләүездең сәскә атҡан яры» менән еңеү яулағайны. Төҙөкләндереү эштәре 2023 йылдың майында башланған. Проектты тормошҡа ашырыуға 154,5 миллион һум йүнәлтелгән, шуларҙың 100 миллионы – федераль ҡаҙнанан. ⛳️ Йылға буйында биш функциональ зона булдырылған: төрлө саралау уҙғарыу урыны, йәрминкә зонаһы, балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары һәм ял итеү маршруты. Биләмә буйлап ял итеү зоналары бар, йәйәүлеләр өсөн юл һәм велосипед маршруты һалынған. Спорт майҙансығында теннис өҫтәлдәре, тренажерҙар һәм воркаут, шулай уҡ йәштәр өсөн ҙур скейт-парк урынлашҡан. 📌 Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә I Милли премияның «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк» номинацияһында Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында лауреат тип танылды. Лауреаттар иҫәбендә шулай уҡ Иркутск, Ивановск, Тверь, Калиниград өлкәләре бар.