Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей саралары үткәрелеү айҡанлы, 30 һәм 31 августа трансорт хәрәкәтендә сикләүҙәр көтөлә. Улар түбәндәгеләр: 30 авгусҡа ҡарай төндә, сәғәт 1-ҙән башлап 1 сентябргә ҡарай төндә, шул уҡ ваҡытҡа хәтлем, Октябрь проспекты тирәләй Көньяҡ үтеү юлынан Төньяҡ юлына ҡәҙәре өлөш ябыла. 31-е көндө киске сәғәт 7-нән төн уртаһы еткәнгә, 23.59 сәғәткә тиклем, Октябрь проспектының Көньяҡ үтеү юлынан Төньяҡ үтеү юлына тиклемге өлөшө бикләнә. Шулай уҡ 31-е, киске сәғәт 5-тән 23.59 сәғәткә ҡәҙәре – Беренсе Май урамының Машина төҙөүселәр һәм Коммунарҙар урамдарынан алып бер өлөшөнән; Орджоникидзе урамының Машина төҙөүселәр урамынан Хәкимов урамына ҡәҙәре өлөшөнән үтеп булмаҫ. 30, 31 августа – киске 5-тән алып төнгө 12-гә ҡәҙәре З. Вәлиди урамының Ғафури урамынан алып Аксаков урамына ҡәҙәр өлөшө ябыла. 31 август көнө киске 5-тән төнгө 12-гә тиклем Яңы таулы урамының Сайет-Ғәлиев урамынан Көньяҡ үтеү юлына тиклемге өлөшө бикләнә. Сикләүҙәр ваҡытында йәмәғәт транспорты ла үҙгәртелгән схема буйынса йөрөйәсәк (һүрәттәрҙе ҡарағыҙ). Ян-яҡтағы ихаталарҙан сығыу юлдары ла ябылыуы ихтимал. Баш ҡала хакимиәте өфөләргә һәм ҡунаҡтарға йөрөү юлдарын алдан күҙаллап ҡуйырға кәңәш итә. Сығанаҡ: gorodufa.ru/about/info/news/