Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Атайҙарҙың мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалманы

21 августа Башҡортостан Башлығы “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсы еңеүселәре менән осрашҡайны. Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров осрашыу барышында бик күп көнкүреш үҙенсәлектәренә ҡағылышлы һорауҙар тыуыуын билдәләне. Мәҫәлән, уға Салауат ҡалаһынан Денис Пименов исемле атай мөрәжәғәт иткән. Ул инвалид бала өсөн белешмә йыйыу һәм уларҙы хәрби комиссариатҡа биреү йәһәтенән һорау менән мөрәжәғәт итте. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балалы ғаиләләргә ҡаралған льготаларға аңлатма бирҙе. – Ай һайын “Башинформ” сайтында лонгрид яңыртыла. Социаль яҡлау линияһы буйынса тейешле ярҙамдың барыһын да министрлыҡ сайтындағы калькулятор һәм навигатор ярҙамында асыҡларға, иҫәпләргә була. Бер ҡайҙа ла бармаҫ һәм бер ҡайҙа ла сиратта тормаҫ өсөн һанлы сервистар етерлек, – тип аңлатты министр. Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин аңлатыуынса, ысынлап та, хәрби комиссариаттар менән проблема булған һәм октябрҙән хәрби

21 августа Башҡортостан Башлығы “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсы еңеүселәре менән осрашҡайны. Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров осрашыу барышында бик күп көнкүреш үҙенсәлектәренә ҡағылышлы һорауҙар тыуыуын билдәләне. Мәҫәлән, уға Салауат ҡалаһынан Денис Пименов исемле атай мөрәжәғәт иткән. Ул инвалид бала өсөн белешмә йыйыу һәм уларҙы хәрби комиссариатҡа биреү йәһәтенән һорау менән мөрәжәғәт итте. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балалы ғаиләләргә ҡаралған льготаларға аңлатма бирҙе. – Ай һайын “Башинформ” сайтында лонгрид яңыртыла. Социаль яҡлау линияһы буйынса тейешле ярҙамдың барыһын да министрлыҡ сайтындағы калькулятор һәм навигатор ярҙамында асыҡларға, иҫәпләргә була. Бер ҡайҙа ла бармаҫ һәм бер ҡайҙа ла сиратта тормаҫ өсөн һанлы сервистар етерлек, – тип аңлатты министр. Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин аңлатыуынса, ысынлап та, хәрби комиссариаттар менән проблема булған һәм октябрҙән хәрби иҫәп ресурсы эшләй башлай. Системаға Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан һәм Мәғариф министрлығынан мәғлүмәттәр киләсәк, Хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса 26 хеҙмәт төбәк порталында индерелгән. Радий Хәбиров республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы үтеүен иҫкә төшөрҙө һәм ошо йәһәттән мәғлүмәти эште көсәйтергә ҡушты. – Беҙҙең арала тиҫтәләрсә мең инвалид кеше һәм тиҫтәләгән мең үҙенсәлекле бала бар. Был тормош, оялырға ярамай, ауырыу бала ул беҙҙең тормоштоң бер өлөшө. Бәлки, ошо тема буйынса тапшырыуҙар йәки брифингтар өҫтәргәлер. Быларҙың барыһы ла бар икәнен беләм, әммә энергия өҫтәргә кәрәк. Халыҡтан һорау килгәс – был уйланырға сәбәп, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Шулай уҡ Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына улы үлгәндән һуң һаңғырыу ҡалып, ике йыл буйы ишетеү аппараты ала алмаған ҡатындың проблемаһын хәл итергә ҡушты. Фото: скрин-шот.