Яңыртылған үҙәк майҙан Ишембай халҡына ҡала көнө уңайынан бүләк булды. – Барыбыҙ ҙа ошо майҙанда айырыуса тойғолар кисерәбеҙҙер, моғайын. Ул Ишембайҙың һәр кешеһе яҙмышында айырым урын биләй. Был республиканың һәм тотош Советтар Союзының индустриаль үҫешен ҡатмарлы шарттарҙа тәьмин итеүселәребеҙгә хөрмәт билдәһе. Был беҙ бала саҡта уйнап үҫкән, осрашыуҙар билдәләгән, ҡаланың төп саралары уҙғарылған майҙан. Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға эштәре, бөгөнгөбөҙҙө булдырған һәм хеҙмәт эстафетаһын беҙҙең быуынға тапшырған өсөн ҙур ихтирам менән рәхмәт белдерәм, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Бөгөн бында Ишембайҙы төҙөүселәр һәм үҫтереүселәр ҙә бар. Майҙанға йәштәр ҙә күп йыйылған, улар үҙҙәренең һәм тыуған ҡалаларының киләсәгенә ышаныс һәм өмөт менән ҡарай. Һуңғы йылдарҙа Ишембайҙа Ленин проспекты, Губкин урамы, Матросов паркы һәм, хәҙер, яратҡан майҙаныбыҙ ҙа үҙгәрҙе. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, тыуған Башҡортостаныбыҙ, Ишембай үҫешә. Ул һәр ваҡыт республиканың иң матур ҡалаларының береһе буласаҡ. «Роснефть» етәкселегенә һәм «Башнефть» компанияһына ихтирам һүҙҙәрен белдерәм. Бөгөн бындағы күренештәрҙең күбеһенә нефть гиганты булған ойошмабыҙ ярҙамы менән ирештек. Ҡала көнө хөрмәтенә төбәк етәксеһе дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм III «Ретро-шлягер» халыҡ-ара ретро-йырҙар башҡарыусылар конкурсы еңеүсеһен ҡотланы. Быйыл төп приз – автомобилгә – Бөрйән районынан Айбулат Ишморатов лайыҡ булды. «Башнефть» компанияһының генераль директоры Владимир Чернов та Ишембай халҡын Ҡала көнө менән тәбрикләне. – Ишембай – республикала нефть сәнәғәте үҫешә башлаған урын. Шуға күрә бөгөн яңыртылған Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанын асыу икеләтә ҡыуаныслы. Ишембайҙың үҙәк майҙанын яңыртыу концепцияһы һеҙҙең теләктәрегеҙҙе иҫәпкә алып әҙерләнде, – тине Владимир Чернов, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп. – «Башнефть» компанияһының күп меңлек коллективы данлы үткәндәребеҙҙең иң яҡшы традицияларын һаҡлай һәм нефть сығарыуҙың киләсәген уңышлы формалаштыра. Беҙ ер аҫты киңлектәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, иң алдынғы технологиялар ярҙамында нефть табабыҙ һәм юғары сифатлы нефть продукттары етештерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың төп таянысы булып ҡалабыҙ, республика һәм бөтә Рәсәй мәнфәғәте өсөн илдең иң ҙур нефть компанияһы булған «Роснефть» составында эшләйбеҙ. Һеҙҙе Ҡала көнө менән ҡотлайым! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, изгелек һәм именлек теләйем! *** Яңыртылған майҙанды асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Башнефть» компанияһының генераль директоры Владимир Чернов төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлеген ҡараны һәм ҡала халҡы менән аралашты. Нефть тармағы ветерандары һәм Ишембай халҡы ҡаланың төп майҙанындағы реконструкция эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ был мәлде оҙаҡ көттөк. Хәҙер яратҡан майҙаныбыҙҙы танырлыҡ та түгел. Ағастар күләгәһендә ашыҡмай йәйәү йөрөргә, эскәмйәләрҙә ултырып ял итергә мөмкин. Балалар өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа килде. Һәйкәл үҙе лә күптән реконструкцияға мохтаж ине, – тип билдәләне Ишембай халҡы. – Йылдан-йыл үҙгәрә барған, уңайлыҡтар барлыҡҡа килгән, матурланған башҡорт нефтен тәүге асыусылар ҡалаһында йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Ишембай предприятиелары һәм ойошмаларының күргәҙмәһен ҡараны, унда «Масксети БлАгоДарим» ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре менән аралашты. Үҙәк тораҡ-ара модель китапханаһы базаһында ҡала халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Селтәрҙәр хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ҡоралланыуҙы, хәрби техниканы һәм башҡа мөһим объекттарҙы маскировкалау өсөн киң ҡулланыла. Бынан тыш, ирекмәндәр был эш өсөн кәрәк булған селтәрҙәр һәм туҡымалар һатып алыуға аҡса ла йыя. Республика Башлығы ирекмәндәргә эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм маскировка селтәрҙәренең яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк етәксеһе Ишембайҙың үҫеш тарихына арналған фотокүргәҙмәне лә ҡараны. – Ишембайҙар өсөн был майҙан – айырыуса әһәмиәткә эйә урын. Бында республикабыҙҙың индустриаль үҫеше башланған. Был йәштәрҙең осрашыу урыны ла ине, бала саҡта ошонда йүгереп үҫтек, һәм барлыҡ байрамдар ҙа бында үтә, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Иң мөһиме – кешеләрҙең кәйефе яҡшы. «Башнефть» компанияһына – айырым рәхмәт. Халыҡ, бында көсөбөҙҙө һәм финанс сараларын йүнәлтеп, дөрөҫ эшләүебеҙҙе таный. Фото: glavarb.ru