24 августа Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Алға» махсус иҡтисади зонаһының Күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә махсус иҡтисади зонаның резиденттары тормошҡа ашырған инвестиция проекттары сиктәрендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡуйылды. Ултырыш барышында ҡатнашыусылар айырым иҡтисади зона майҙансыҡтарын үҫтереү, ғәмәлдәге предприятиеларҙың эше, яңы производстволар булдырыу планы, шулай уҡ уларҙы сеймал һәм хеҙмәт ресурстары менән тәьмин итеү тураһында фекер алышты. – Бөгөн беҙ «Алға» махсус иҡтисади зонаһы Күҙәтеү советының бишенсе ултырышын үткәрәбеҙ. Ошо осорҙа ул уңышлы майҙансыҡҡа әйләнде, Ишембай районы иҡтисады, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай агломерацияһы үҫешенә етди импульс бирҙе. Айырым иҡтисади зоналарҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингында «Алға» ике тапҡыр илдә иң динамик үҫешкән тип танылды. Ә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ул «Импортты алмаштырыу» номинацияһында еңеүсе булды, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Хәҙер «Алға»ла 22 ре