Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Иҫән-һау ҡайтырға ҡуштым"

Һуңғы айҙарҙа Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәләре матур йола менән башлана – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция геройҙарын бүләкләй. Был юлы ла шулай булды: Башлыҡтың указы менән МХО-ла ҡатнашыусы Никита Вәлиев хәрби бурыстарын үтәгән саҡта күрһәткән геройлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Никита Вәлиев махсус хәрби операция зонаһында айырым танк батальоны командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Ул Нефтекама янындағы Әмзә ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәтте МХО-ның тәүге көндәренән башлай. Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Борис Дудко етәкселегендә хеҙмәт иткән. Никита Вәлиев шулай уҡ өс Батырлыҡ ордены кавалеры. “Никита Рөстәм улын хәләл ефете менән бергә “Көҙ романтикаһы”на саҡырҙым. Никитаға бик мөһим йөкләмә ҡуштым – өйөнә иҫән-һау ҡайтырға. Башҡортостандың киләсәген шундай кешеләр төҙөһөн ине. Хәрби хеҙмәт өсөн рәхмәтлебеҙ. Уңыштар теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм беҙ һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башинформ.