Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Бөгөн дә медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр күп. Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылында ла тап шундай кешене осраттыҡ. Әлфиә Ғәзизова 36 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, әле хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы, төрлө Маҡтау һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. 15 йыл Юлбарыҫ мәктәбендә директор урынбаҫары вазифаһын тартҡан, 10 йылдан ашыу ауылдың ҡатын–ҡыҙҙар советы етәксеһе булған. Күптәр элекке педагог хәҙер имсе булып киткәнме тип тә һорар. Эйе, был һәләт кешегә һөнәренә ҡарап түгел, ә нәҫелдән бирелә. Әлфиә Басир ҡыҙының әсәһе Сәмиғә Рәхимйән ҡыҙының им–томдарын әле лә ауылдаштары яҡшы хәтерләй. Тап әсәһенән күреп, уның өйрәтеүҙәре һәм кәңәштәре буйынса Әлфиә Ғәзизова был эшкә тотона. Әйткәндәй, Юлбарыҫ ауылы имсеһенең кәң