Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәнһүрәттәр тарихын белгегеҙ киләме?

Милли музей ҡыҙыҡлы экспозиция тураһында үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. Күргәҙмәне ойоштороуға Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлыҡ итә. Өс бүлектән торған күргәҙмәлә “Союзмультфильм”дың төҙөлөү тарихын, яратҡан йәнһүрәттәрҙән өҙөк һәм документаль фильмдар ҡарарға, киностудияның иң популяр йәнһүрәттәренә арналған анимация кино плакаттарын ҡарарға була. Күргәҙмәлә Рәсәй анимацияһының тарихына һәм хәҙерге үҫешенә бағышланған лекция-осрашыу үткәреү ҙә ҡаралған. “Союзмультфильм” һәм Рәсәй йәнһүрәттәре милли һәм донъя мәҙәниәтенең уникаль күренешенә әйләнде. Бында төшөрөлгән йнһүрәттәрҙе балалар ғына түгел, хатта өлкәндәр ҙә яратып ҡарай – ойоштороусыларҙың был фекере менән тулыһынса килешмәй мөмкин түгел. Йәнһүрәт яратҡан, балаларҙы күренекле студияның тарихы һәм бөгөнгөһө менән таныштырырға теләгәндәр өсөн экспозиция ғәйәт ҡыҙыҡлы булыр. Фото: Милли музей.