Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан менән Төркиә араһында тауар әйләнеше артҡан

"Башҡортостан продукцияһының Төркиәгә экспорты был ил менән үҙ-ара тауар әйләнешенең 90 проценттан ашыуын тәшкил итте. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Төркиәгә экспорт күләме 2023 йылдың ғинуар–июне менән сағыштырғанда 26,7 процентҡа артҡан. Был ил вәкилдәре үҙ-ара тәьмин итеү һәм проекттар йәһәтенән эшҡыуарҙарыбыҙ менән үҙ - ара эш итеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, шуның арҡаһында дәүләт тотороҡло рәүештә Башҡортостандың тәүге 10 партнеры иҫәбенә инә», - тип хәбәр итте төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Башҡортостандан Төркиәгә 2024 йылдың ғинуар–март айҙарында башлыса минераль продукттар һәм химия сәнәғәте әйберҙәре оҙатылған. Шулай уҡ ил йәшелсә, ағас һәм унан изделиелар, ағас күмере, мебель, түшәк кәрәк-яраҡтары, матрастар, диван мендәрҙәре, лампалар, яҡтылыҡ вывескалары һәм таҡталар импортлай. "Төркиә инвесторҙары машиналар эшләү, химия сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә перспектива күрә. Атап әйткәндә, хәҙер дөйөм инвестициялар күләме 100 миллион һумдан ашыу булған йөк күтәреү ҡорамалдары етештереү буйынса берлектәге завод һуңғы этапта тора», — тине Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Марат Танһыҡҡужин. «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.