Йома төн менән баш ҡалала үлемесле авария теркәлде. Дим биҫтәһендә булған юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше урында йән бирҙе, икенсеһе бер нисә сәғәт үткәс дауаханала үлде. Мәғлүмәттәр буйынса, Range Rover машинаһы "ВАЗ-2112" машинаһына килеп бәрелә. Ватан автомобилендә ултырған пассажир хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған. Ул башы менән ныҡ бәрелә һәм тәҙрә аша сығып оса. Алған йәрәхәттәренән, табиптар ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, ул урында йән бирә. Ул 37 йәшлек Руслан исемле кеше булып сыға. Ни бары бер ай элек, 1 августа ул тыуған көнөн билдәләгән. Уның ҡатыны һәм ике бәлиғ булмаған балаһы ҡалған. Таныштары әйтеүенсә, ул яҡшы кеше булған, балаларын яратҡан һәм ғаиләһе өсөн тырышҡан. Ғүмере буйы автослесарь булып эшләгән. Ҡыҙына ни бары өс йәш, ә улы 10-сы класҡа барырға йөрөгән. Ҡатыны иренең юҡлығына ышана алмай, был ҡайғыны бик ауыр кисерә. "ВАЗ-2112" автомобиле рулендә 21 йәшлек Владислав исемле егет ултырған. Ул таксист булып эшләгән. Бәрелеш ваҡытында башы менән рулгә һуғылға