Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сәй эсмәйенсә, йоҡлай алмайым, тигән таныштарығыҙ бармы?

Йоҡлар алдынан ашауҙы, сәй эсеүҙе ғәҙәт иткән кешеләр бихисап. Моғайын, һәр берегеҙҙең шундай танышы барҙыр. Йоҡларға ятырҙан алда ашарға яраймы? Әгәр ашағы килһә, йәки шулай ғәҙәтләнһәң, нимәләр мөмкин? Был ғәҙәтте ташлай алмаһағыҙ, еңел, тиҙ эшкәртелгән ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Мәҫәлән, үтә майлы булмаған эремсеккә бер аҙ бал ҡушып ашарға, ҡаты булмаған сәй эсергә, яйлап сәйҙе баллы һыуға алмаштырырға мөмкин. Белгестәр йоҡлар алдынан иң яҡшыһы - йылы һөт эсеү, тип тә һанай. Күптәр еңел ризыҡ тип һанаған йәшелсә, емеш-еләкте диетологтар йоҡо алдынан ашарға ярамай, ти, сөнки сей ризыҡ ашҡаҙанға ауыр тәьҫир итәсәк. Үпкә йөҙгәнсе сәй эсеүҙән дә тыйылырға ҡуша белгестәр. Төнгә ҡарай күп итеп сәй эсергә яратыусылар, ғәҙәттә, иртәнге мәлдә юғары ҡан баҫымынан йонсой икән. Ә бына төндә тороп ашау - йоҡлар алдынан ашауға ҡарағанда ла зыянлыраҡ. Был инде нервы системаһының тәртиптә булмауы, ҡуҙғыусанлыҡ һ.б. тураһында һөйләй. Был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә, тынысландырыусы терапия алырға кәрәк. Сәләмәт булығыҙ! Рүзилә Ҡолөмбәтова фотоһы.