Башҡортостан Башлығы гранттары фонды республикала социаль әһәмиәтле бихисап башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән финанс ярҙамы ла - шундайҙар рәтендә. Конкурста ҡатнашып, еңеүгә ирешкән 10 кешегә 150 мең һум күләмендә грант ярҙамы бирелә. "Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бүләбеҙ. Был эшкә халыҡтың да ярайһы өлөш индереүе ҡыуаныслы. Шундай әүҙем, битараф булмағандарға, туған телендә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға ла еткергән кешеләргә ярҙам итергә хәл иттек", - тип яҙғайны республика башлығы Радий Хәбиров. Өфөләге М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының фондтарҙы каталоглаштырыу һәм үҫтереү бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова – ана шундай туған телгә битараф булмағандарҙың береһе. Махсус китапхана хеҙмәткәре булараҡ, ул күреү һәләте ныҡ боҙолған балалар өсөн дә туған телдә аралашыу ни тиклем мөһим икәнен аңлай. Ошондай балаларҙың башҡорт телендә арал