Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юҡты "бар" итмәйек әле, коллегалар!

Уҙған аҙна Стәрлетамаҡтан килгән хәүефле хәбәрҙәр менән башланып киткәйне. Бында Өфө тракты урамында урынлашҡан газүткәргес линияһында разгерметизация сәбәпле шыйыҡлатылған газ янды. Әммә һәр ваҡыттағыса ҡайһы бер телеграм-каналдар шау-шыу ҡуптарҙы: имеш шартлау булған, торба үткәргестә ҙур янғын сыҡҡан. Һәр саҡтағыса был эштә “Пруфы” баҫмаһы “тырышты”. Тик бындай хәбәрҙәр халыҡ араһында борсолоу тыуҙыра. Тик бының менән генә лә туҡтаманы ҡайһы берәүҙәр. Был “шартлау”ҙан һуң ҡорбандар бар тигән яңылыҡ та таралды. Күрәһең, ошондай юл менән үҙҙәренә иғтибар йәлеп итергә теләнеләр."Фактчекинг по-башкирски" телеграм-каналы һәр ваҡыттағыса был имеш-мимеште юҡҡа сығара. Ысынбарлыҡта, янғында бер кем дә һәләк булманы. Эйе, өс кеше зыян күрҙе һәм әле дауаханала. Стәрлетамаҡ нефть эшкәртеү заводындағы янғын янғын һүндереүселәрҙең тырышлығы менән һүндерелгән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Тәфтиш комитеты заводтағы янғын арҡаһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әйткәндәй, һауала зарарлы матдәләр концентрацияһының рөхсәт ителгән сиктән артыҡ булмауын да хәбәр итәбеҙ. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары, ғәмәлдәге властың абруйын төшөрөргә маташып, чиновниктарҙың хаталарын һанап үтә. Ошо көндәрҙә улар Беляев менән Күсәрбаевҡа бәйле хәлде иҫкә төшөрҙөләр, әммә дөрөҫ аңлатманылар. Журналистар әйтеүенсә, Күмертауҙа шау-шыу тыуҙырған таҙартыу ҡоролмалары эшләмәй. Аңлатып үтәбеҙ. Беляев һәм Күсәрбаев “Ауыр эҙемтәләрһеҙ вәкәләттәрҙе саманан тыш файҙаланыу” Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса хөкөм ителде. 2017 йылда Борис Беляев, Күмертау мэры булараҡ, Маячный ҡасабаһында әле файҙаланыуға тапшырылмаған таҙартыу ҡоролмаларын ҡабул итеү актына ҡул ҡуйҙы. Шуның өсөн яза бирелгән дә инде. Ләкин бөгөн Күмертауҙың Маячный ауылында таҙартыу ҡоролмалары эшләй. “Уфа1” баҫмаһы журналистарының “объект һаман файҙаланыуға тапшырылмаһа ла” тигән һүҙҙәре яңылышлыҡҡа килтерә. Мессенджерҙар һәм медиала сентябрҙән пенсияны һанлы һумдарҙа түләй башлайҙар тигән хәбәр тарала. Был яңылыҡ халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырыуы билдәле. Бындай яңылыҡ ҡайҙан таралған һуң? РФ Милли банкының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов хәбәр итеүенсә, һанлы һумдар тест үткәреү этабында ғына, сентябрҙән проект киңәйтеләсәк. Әммә әүәлгесә эксперимент форматында. Рәсәй банкы 2025 йылдың икенсе яртыһынан һанлы һумдарҙы индерәсәк, тигән фараздар бар. Ошондай осраҡта ла кешеләрҙең пенсияны ҡулаҡса менән почтала, ҡулаҡсаһыҙ картаға йәки һанлы һум иҫәбенә алырға мөмкин, тип вәғәҙәләй властар. Һәр кем үҙенең теләген үтәй. Шулай булғас, пенсия йәшендәге яҡындарығыҙҙы тынысландырырға ашығығыҙ. Ышаныслы мәғлүмәт сығанаҡтарын ғына уҡығыҙ. Тг-каналдарҙың береһе блогер-сатирик Фидан Ҡолмөхәмәтовтың (Тайфун Ҡоролтай улы) күптән түгел биргән интервьюһы тураһында яҙма сығарҙы. “Инсайдер Фейкомет Башкортостана” каналы уның һүҙҙәренә аңлатма бирергә тәҡдим итте һәм блогерҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Был поста нимә дөрөҫ түгел һуң? Тг-канал, блогер “Аспекты” журналистары менән һөйләшкәндә Башҡортостандағы һайлау алды торошона ҙур борсолоу белдерҙе, тип раҫлай. Өҫтәүенә, үҙенең ҙур һәм “мәғлүмәтле” яҙмаһында киң мәғлүмәт саралары һүҙҙәрен раҫлау өсөн Ҡолмөхәмәтовтың үҙенән бер өҙөмтә лә килтермәй. Интервьюла блогер, ысынлап та, республикала үтәсәк һайлауҙар тураһында һөйләне. Әммә ул конкуренция булмауы түгел, ә кандидаттар яғынан агитация булмауы тураһында һөйләне. Сатириктың дәғүәһе шуға ҡайтып ҡала: кандидаттар үҙҙәре әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй: урамдарҙа һәм телевидениела афишалар, дебаттар юҡ. Тайфун Ҡоролтай улы образы республикала барлыҡҡа килгән проблемаларға иғтибар йәлеп итеү өсөн булдырылған. Әммә блогер үҙе лә социаль селтәрҙәрҙә фейктарға ышанмауҙы һораны. “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы ниндәйҙер йәмәғәтселәр республиканың Хөкүмәт йортондағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үҙгәртеп ҡороу күргән тип хәбәр итте. Улар әйтеүенсә, ҡасандыр, сит ил агенты тип танылған Ростислав Мырҙағолов* биләгән кабинетты бәҙәрәфкә үҙгәрткәндәр. Ысынбарлыҡта, туалет элек-электән ошо урында булған. Ни бары ишеге икенсе яҡтан булған. Уны килеүселәргә уңайлы булһын өсөн күсереп ҡуйғандар. Ә кабинет менән бер нимә лә булмаған. Унда әле граждандарҙы ҡабул итәләр. Күренеүенсә, бөтөнләй юҡ ҡына нәмәнән дә “сенсация” яһап маташалар. Кемгә кәрәктер был? Социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировты нигеҙһеҙ тәнҡитләгән мәҡәләләр баҫылыуын дауам итә. Бер телеграм-каналда республика башлығының “Өфөхимпром” биләмәһен рекультивациялау тураһында вәғәҙәһен үтәмәүе тураһында мәғлүмәт бар. Ләкин был мәҡәләнең авторҙары уҡыусыларҙы яңылыштыра. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы “Өфөхимпром” территорияһында нимәләр барыуы һәм был объект менән эшләү буйынса ниндәй пландар булыуы тураһында һөйләне. “Өфөхимпром” биләмәһен тергеҙеү кәрәклеге электән ҡалған, Көнсығыш сығыу юлы тоннеле йәки "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсете төҙөлөшөнә оҡшап, республика баш ҡалаһының боронғо проблемаларының береһе. Башланған һәм ташланған, аҙағынаса еткерелмәгән. 2004 йылда “Өфөхимпром” предприятиеһы ябылды, әммә уны консервациялауҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе хәл ителмәне. 2010 йылда компанияны банкрот тип танынылар – банкротлыҡ процедураһы 2016 йылда тамамланды. Был мәсьәләне хәл итеү бихисап ресурстарҙы туплауҙы һәм федераль власть органдарының ҡатнашыуын талап итә. 2022 йылда Росприроднадзор ошо объектты тикшергән. Әле 116 гектар майҙанлыҡ “Өфөхимпром” биләмәһе йыйылған зыян объекттарының федераль дәүләт реестрына индерелгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы “ФЭО” федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә элекке “Өфөхимпром” заводы биләмәһендә йыйылған зыянды бөтөрөү буйынса концепция әҙерләү мөмкинлеген тикшерә. Бер кем дә хәүефле матдәләр менән биләмәне рекультивацияһыҙ ҡалдырырға йыйынмай. Хәбировҡа мираҫҡа ҡалған проблемалар байтаҡ. Әммә ул уларҙы хәл итә. * Ростислав Мырҙағолов - сит ил агенты.