Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы яңы янғын һүндереү депоһын ҡараны

24 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районында булды һәм Һайран ауылында асылған янғын һүндереү депоһы менән танышты. Майҙаны 743,5 квадрат метр булған был заманса бинаны республиканың Янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһына ярашлы төҙөнөләр. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 105,3 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Башлығы яңы депоның инфраструктураһы менән танышты һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. “Бөгөн ысын мәғәнәһендә һәйбәт ваҡиға. Бер ни ҡәҙәр элегерәк беҙ, ауыл халҡы, беҙҙең яҡташтар менән ошонда тирә-яҡ ауылдарҙың янғын хәүефһеҙлеген күҙәтәсәк яңы депо булдырыу тураһында һөйләшеп килешкәйнек. Быйыл уны төҙөнөк, насар килеп сыҡмаған, – тине республика Башлығы. – Бөгөн мин, барыһынан элек, төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерергә теләйем. Һеҙ шулай уҡ гуманитар конвойҙарҙы ла оҙата бараһығыҙ, бының өсөн дә ҙур рәхмәт!” Эш сәфәренең аҙағында Башҡортостан Башлығы Һайран ауылы халҡы менән әңгәмәләште. Кешеләр уға кәрәкле инфраструктураны булдырған өсөн рәхмәт әйтте. Шул иҫәптән үҙәкләшерелгән газ һәм һыу үткәргестәре өсөн халыҡ республика етәксеһенә рәхмәтле. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.