Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иҫерек тракторсы сабыйҙы тапаған

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында кисә киске унынсыла аяныслы хәл теркәлә. Ошо ауылда йәшәгән иҫерек ир МТЗ-80 тракторында өс йәшлек баланы тапатҡан. Әлеге мәлгә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, бала урамда үҙенең өлкән апаһы менән уйнап йөрөгән. Һөҙөмтә аяныслы: бала ауыр йәрәхәттәр алған. Әлеге ваҡытта табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Тракторсыға килгәндә, тикшергәндән һуң уның трактор менән идара итеүгә документтары булмауы асыҡланған. Шулай уҡ транспорт сараһы билдәләнгән тәртип буйынса теркәлмәгән һәм бер ниндәй ҙә документтары юҡ. Иргә 55 йәш икәнлеге билдәле. Балаҡайға шәбәйеп китеүен теләйбеҙ. Фото: ГАИ.