Икенсе икмәгебеҙгә әүерелгән картуф быйыл һыу эсендә үҫте, тиерлек. “Уны ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?” тип баш вата баҡсасылар. Ошо һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалында яуап бирҙеләр. Үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡованан кәңәштәр: Уңышты йыйырҙан ике аҙна алда картуфтың һабағын сабырға кәрәк. Шулай иткәндә ер бер аҙ елләнеп, кибеп өлгөрә, ә үҫемлек бар көсөн бүлбеләрҙең тышын нығытыуға йүнәлтә. Ҡаҙып алғандан һуң картуфты һәйбәтләп киптерегеҙ. Бындай ямғырлы йәйҙән һуң уңышты ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ елләтергә кәрәк. «Картуфиы сереүгә дусар иткән фитофтора шунда уҡ беленеп бармай. Бүлбенең сәләмәт, ныҡ булып күренеүе ихтимал, ләкин баҫҡанда тиресәһе шартлай һәм уның аҫтынан көлһыу һоро масса сыға, был – һоро серек. Фитофтора тәүҙә ҙур булмаған урындарҙа күренә, ләкин яйлап тамыраҙыҡты тулыһынса ялмап ала», – тип аңлата белгес. Йыйылған картуфты 4-5 көн киптерергә, ә иң яҡшыһы – һәйбәт итеп елләтелгән бинала оҙағыраҡ тоторға һәм шунан һуң ғына