Ишембай районының Ҡолғона ауылында тиҙҙән табип амбулаторияһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау “ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“) ярашлы башҡарыла. Әлеге мәлдә буласаҡ яңы объект республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында лицензия үтә. Ҡолғона ауылы халҡынан тыш табиплыҡ амбулаторияһы Иҫке Сәйет, Яңы Сәйет, Ялтаран, Кәбәс ауылдарында йәшәгәндәрҙе лә – бөтәһе бер мең кешене – хеҙмәтләндерәсәк. Тиҙҙән урынлаштырыласаҡ заманса медицина ҡорамалдары уңайлы шарттарҙа сифатлы тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе вәғәҙәләй. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы ауыл ерендә медицина учреждениеларын яңыртыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.