Әнистең (черный тминь) үҙенең, орлоғоноң һәм майының шифалы булыуы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул дауа булараҡ, элек-электән мосолман илдәрендә киң таралған булған. “Ҡара әнистә үлемдән башҡа бөтә төр сирҙәргә дауа бар”, - тип әйтеп ҡалдырған билдәле имамдар Әл-Бохари һәм Мөслим. Юғары ҡан баҫымы йонсотһа Тәү сиратта, ул юғары ҡан баҫымын көйләй. Бының өсөн ҡара әнис орлоғон порошок хәленә еткәнсе онтарға кәрәк (ҡәһүә тарттырғыс ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ әҙере лә һатыла). Бер балғалаҡ массаға 250 мл ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуығанын көтөргә. Көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Әгәр ашҡаҙанығыҙ менән проблема булмаһа, бер тырнаҡ һарымһаҡ та ашарға кәңәш ителә. Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн Бер аш ҡалағы кипкән бөтнөк (мята), бер балғалаҡ әнис орлоғона бер стакан һыу өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Термоста бер сәғәт тоторға. Сәй, ҡәһүә урынына эсергә тәҡдим ителә, тик улар менән бергә ярамай. Инсультты иҫкәртә Көнсығыш Европала “әнис ашаһаң, инсультты белмәҫһең” тиҙәр. Унда инсульт кисергән сирлеләргә көнөнә ике-өс тапҡыр (ашау араһында) порошок хәленә еткереп онталған әнис орлоғо ҡабып, артынса һыу эсергә тәҡдим итәләр. Фото: lisa.ru