Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ғүмерҙән ҡәҙерлерәк бер нимә юҡ!

Донъяла кеше ғүмеренән дә, һаулығынан да ҡәҙерлерәк бер нимә юҡ. Уның һағында торған аҡ халатлылар, уларҙы борсоған мәсьәләләр һәм башҡалар һәр саҡ көнүҙәк. Ваҡыт “тәгәрмәсе” алға елдерһә лә, барыһын да кадрҙар хәл итә, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай. Был йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһенә лә тиерлек ҡағыла. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ла яңы белгестәрҙең килеүе көтөлә. Дәүләт әле һәм оҙайлы ваҡытҡа медицина хеҙмәткәрҙәре һанын арттырыу менән ҡыҙыҡһына – табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бар һәм буласаҡ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау тармағы тарафынан медицина ойошмаларын быйылғы йылдың аҙағына тиклем ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү буйынса “юл картаһы” эшләнгән. Йәш белгестәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу зарур Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфиндың билдәләүенсә, был проблема Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм күпселек илдәрҙә киҫкен. – Әлеге ваҡытта саралар ҡабул ителә һәм артабан уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары эҙләнә. Был ҡарарҙарҙың иң мөһимдәренең береһе – республика төбәктәрендә медицина колледждарының өҫтәмә филиалдарын асыу. Уларҙың дүртәүһе эш башланы, киләһе йылда өҫтәмә уртаса медицина хеҙмәткәрҙәренең сығарылышы була. Улар, нигеҙҙә, был райондарҙа, был округтарҙа ҡала. Ни өсөн? Йәштәребеҙ башҡа төбәктәргә уҡырға китә һәм һөҙөмтәлә күбеһе унда эшләргә ҡала. Был хәлде аңлап, ике йыл элек үк “Сәләмәтлек сәғәте”ндә был проблеманы анализланыҡ һәм дүрт колледж асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был – яңы ремонт эштәре атҡарылған, уҡыу кластары, симуляция кабинеттары булған биналар. Уларҙы мин үҙем ҡарап сыҡтым, ысынлап та, шарттар яҡшы, – ти ул. – 2025 йылда был колледждарҙың тәүге сығарылышы көтөлә. Һәм дауаханаларыбыҙға яңы кадрҙар эшкә барасаҡ. Киләһе этап – муниципалитеттар менән эшләү. Уларҙың райондарға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүе өсөн әүҙем эшләүе мөһим. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары ҡаралған Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән һөҙөмтәле программалар ҙа бар. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын 2030 йылға тиклем оҙайттылар. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы. Унда аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар. Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алыу хоҡуғына эйә. Белеүебеҙсә, “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әммә бер шарт бар: улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә. Программа сиктәрендә табиптарға – 1 миллион һум (йыраҡ райондар – 1,5 миллион һум), урта медицина хеҙмәткәрҙәренә иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә. 2023 йылда был түләүҙе 195 табип, 101 урта медицина хеҙмәткәре алды. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре федераль бюджеттан алынған һәм файҙаланылған аҡса буйынса өсөнсө субъект булды. Йәштәргә өмөт ҙур Һәр тармаҡта быуындар күсәгилешлелеге булыуы зарур. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән йәш белгестәрҙән Элина Әлимбаеваға ҙур өмөт бағлайҙар. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап килгән. Үҙе Оло Ыҡтамаҡта тыуып үҫкән. Элина Булат ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша һәм был дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, күп кенә йәш белгестәр кеүек, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәксе. – Атайым Булат Вәли улы – ветеринария табибы, әсәйем Әлфирә Фәнүр ҡыҙы 22 йыл фельдшер булып эшләй. Атайымдың апаһы Гөлнәзирә лә табип-лаборант. Ағаһы Хажиәхмәт тә кардиолог ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере бик аяныслы өҙөлдө, – ти Элина Вәли ҡыҙы. Илдең башҡа төбәктәренән дә киләләр Яңы “Бәләкәй медицина ойошмаларына табиптар” программаһына ярашлы, беҙгә башҡа төбәктәрҙән дә медицина хеҙмәткәрҙәре килә. Мәҫәлән, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына Ҡырымдан Астапенковтар күсеп килгән. Улар – табиптар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Александр Владимирович һәм уның ҡатыны Дарья Андреевна участка табиптары-терапевтар булып эшләй. Муллағәлиевтәр ғаиләһе тыуған яғына ҡайтҡан. Ғаилә башлығы Роберт Илдус улы – дерматовенеролог, уның ҡатыны Светлана Рауил ҡыҙы – ультратауышлы диагностикалау табибы. Белеүебеҙсә, дәүләт башлығы 1 марттан бәләкәй ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә һәм ауылдарҙа табиптарға түләүҙәр күләмен арттырырға тәҡдим итте. Ул иң кәрәкле йүнәлештәр буйынса табиптарға, шулай уҡ район һәм участка дауаханалары хеҙмәткәрҙәренә айырым иғтибар биреүҙе һораны. Эш хаҡына шәп өҫтәмә Бәләкәй хеҙмәткәрҙәр эш хаҡына өҫтәмәгә өмөт итә ала – 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына республика бюджетынан өҫтәмә түләүҙәр индерҙе. “Ашығыс медицина ярҙамы”ның психиатрия бригадаһы саҡырыуҙары буйынса шәфҡәт туташтарныа һәм бәләкәй медицина хеҙмәткәрҙәренә ай һайын – 4500, беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәткән йәки йәшәүселәргә диспансер күҙәтеү яһағандарға – 6500, махсус психиатрия бригадалары фельдшерҙарына һәм шәфҡәт туташтарына – 7000, ошонда подразделениелар табиптарына – 11500, “ашығыс медицина ярҙамы” водителдәренә – 12000, участка терапевтарына 14500 һум түләнә. “Башсттат” хәбәр итеүенсә, 2023 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, дәүләт дауаханаларында бәләкәй медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы ғинуар – сентябрҙә айына 41647 һум, уртаса медицина хеҙмәткәрҙәренеке 42979 һум тәшкил иткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, төбәктәге медицина ойошмаларында 75832 кеше, шул иҫәптән 15000-дән ашыу табип һәм 37000-дән ашыу уртаса медицина хеҙмәткәре эшләй. Быйыл уртаса медицина белеме булған 1901 белгес уҡыу йортон тамамлай. 2025-2026 йылдарҙа уртаса медицина звеноһы хеҙмәткәрҙәренең икеләтә күберәк уҡыу йортон уҡып бөтөр тип көтөлә. Быға Федераль белем биреүҙең яңы стандарттарының тормошҡа шырылыуы сәбәпсе: уҡыу ваҡыты ҡыҫҡарған, ҡабул итеү бюджеты артҡан. Дөйөм алғанда, 5943 белгес тамамлаясаҡ. Бөгөнгә 2024 йылда медицина колледжын тамамлағандарҙың медицина ойошмаһына эшкә урынлашыуы теләге тураһындағы 1518 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Бөгөн һәм оҙайлы ваҡытҡа дәүләт медицина хеҙмәткәрҙәрен арттырыу мәсьәләһен хәл итеү юлдары эҙләнә – табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бар, буласаҡ та, сөнки был – йәшәйешебеҙҙең төп тармаҡтарының береһе. ФЕКЕР Дим ШӘЙӘХМӘТОВ, Красноусол үҙәк район дауаханаһының дөйөм хирургы: - Сығышым менән – Ғафури районының Толпар ауылынанмын. Бала саҡтан өләсәйем Хәмиҙә Ғафур ҡыҙы Шәйәхмәтованың ауылыбыҙҙа фельдшер булып башҡаларға ярҙам итеүенә шаһит булып үҫтем һәм уның ошо медицина юлынан китеү тураһындағы кәңәшен тотоп, VII кластан хыял иткән Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға индем, аҙаҡ ординатураны тамамланым. Тыуған яғымда дөйөм хирург булып эшләйем һәм бер йылдан ашыу “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашам. Йәш белгестәр өсөн 1,5 миллион һум – ул шәп сумма. Дәүләтебеҙ тарафынан бирелгән был сумма торлаҡ алырға ярҙам итер, тип ышанам. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.