Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ошо майҙанда мин дә йүгереп үҫтем, шуға миңә ул айырыуса ҡәҙерле!”

Ҡала көнөнөң төп майҙаны Башҡорт нефтен асыусыларға һәйкәл-монумент майҙанында үтә. Ишембай халҡын ҡотлап Радий Фәрит улы был урындың үҙенсәлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды: – Ҡәҙерле Ишембай ҡалаһы халҡы, яҡташтарым, һеҙҙе ҡала көнө менән ихлас ҡотлайым. Был майҙан, һәйкәл һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға ҡәҙерле урын булып тора. Ул күптәрҙең ғаилә тарихына, хеҙмәт юлына бәйле. Ошо майҙанда мин дә йүгереп үҫтем, шуға миңә ул айырыуса ҡәҙерле! Беҙ майҙанды, Ленин проспектын, Губкин урамын яңырттыҡ. Бөгөнгө көндәге ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республиканы төҙөкләндерергә, матурларға ынтылабыҙ, – тигән һүҙҙәр еткерҙе Радий Фәрит улы яҡташтарын тәбрикләп. Башҡорт нефтен асыусыларға һәйкәл-монумент Ишембай ҡалаһының һәм Башҡортостандың бөтә нефть сығарыу сәнәғәтенең төп символы булып тора. Монумент ҡуйылған майҙан 1967 йылдан 2005 йылға тиклем Октябрҙең 50 йыллығы майҙаны тип атала. Монумент үҙе 1969 йылда Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанында ҡуйылған. Нефть сәнәғәте министры В.Д. Шашиндың идеяһын скульпторҙар: Тамара Павловна Нечаева һәм Борис Дмитриевич Фузеев тормошҡа ашыра. Һәйкәлдең архитекторы Лев Васильевич Хихлуха. Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙаны Ишембай ҡалаһы биләмәһендә Ленин проспекты Һәм Губкин урамы киҫешкән ерҙә урынлашҡан үҙәк һәм төп майҙан булып тора. Майҙан эргәһендә Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы хакимиәте бинаһы урынлашҡан. Майҙанда ҡала саралары, ауыл хужалығы йәрминкәләре, сығарылыш уҡыусылары балы үткәрелә. Яңы йыл байрамдарында майҙанда боҙ ҡаласығы төҙөлә. Был ҡала халҡының ял итеү урыны, балалы ғаиләләрҙең, роликтарҙа, скейттарҙа, велосипедтарҙа йөрөүсе йәштәрҙең яратҡан урыны. Реконструкциялау буйынса эштәр Башҡортостан Башлығының тәүге башҡорт нефтен сығарыуға 90 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерлек һәм уны үткәреү тураһындағы указы сиктәрендә башҡарылған. Планға ярашлы, Ишембай районы хакимиәте 3 этапҡа бүленгән проект әҙерләгән. 8 000 квадрат метр күләмендә плитә һалыу, 100 дана күләмендә яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү таянысы ҡуйыу, ҙур балалар майҙансығын төҙөү, канализация, һыу, видеокүҙәтеү, пандустар... – былар әле башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. 2024 йылда майҙанды төҙөкләндереүгә өҫтәмә рәүештә бүленгән 25,437 миллион һум аҡсаға, мәҫәлән, Арбат, Ленин проспектындағы аллеяны төҙөкләндереү, башҡорт нефтен беренсе асыусыларға һәйкәлде реставрациялау һымаҡ эштәр башҡарылған. Йәмғеһе проекттың хаҡы 296 миллион һумдан ашып китә. Сығымдарҙы “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бюджеттан тыш аҡсаға ҡаплаған. Был хеҙмәтте баһалап, Радий Фәрит улы компанияға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – Башҡорт нефтен асыу, ғөмүмән, башҡорт нефте ошо монументаль компазиция менән тығыҙ бәйле, проектты тормошҡ ашырыуҙа күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан етәксеһе. Радий Хәбиров байрам мәлендә тантаналы шарттарҙа үҙҙәренең хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған ҡала вәкилдәренә наградалар ҙа тапшырып үтте. Шулай уҡ бер нисә яугир (шул иҫәптән үлгәндән һуң) награда алды, дәүләт наградалары махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың яҡындарына тапшырылды. – Бында үҙҙәренең хеҙмәттәре дан ҡаҙанған ветерандар ултыра, шулай уҡ беҙ арабыҙҙан киткән нефть тармағы эшсәндәрен дә онотмайбыҙ, улар беҙгә ҙур һөҙөмтә ҡалдырып киткән. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, яуҙа һәләк булғандарҙың әсәләре, ҡатындары, балалары ултыра. Һеҙҙең һәммәгеҙ алдында баш эйәм, рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, – тип өндәште уларға наградалар тапшырыу мәлендә республика Башлығы Радий Хәбиров. Ҡала көнөнөң рәсми өлөшөнән һуң байрам концерты, күргәҙмәләр менән дауам итә. Ишембай халҡын үҙҙәренең йыр-моңо аша ҡотларға сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары күтәрелде.