24 августа Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Айҙар Хисмәтуллин, Юлай Шәрәфетдинов, Фидан Шафиҡов, Самат Насыров, Руслан Байтимеров, Эдуард Тихонов, Вәкил Фәтҡуллин, Тәлғәт Кинйәбузовтарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Шайморатов генерал ордендары тапшырҙы. Яугирҙар был наградаларға хәрби бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн лайыҡ булды. – Яҡташтарыбыҙ үҙ ғүмерҙәрен тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан итте, һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәне. Ысын геройҙар, һәм уртаҡ бурысыбыҙ – улар хаҡындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлау, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр, Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ барыбыҙ ҙа улар хаҡында онотмаҫҡа, исемдәрен мәңгеләштерергә, ата-әсәләренә, ғаиләләренә, балаларына иғтибарлы булырға һәм даими хәстәрлек күрһәтергә тейешбеҙ. Башҡортостан Башлығы шу