Мин совет заманы осоронда тыуып үҫкән кеше. Атайым эсә торғайны. Эшләп йөрөһә лә, әсәйемә бер ҡасан да аҡса бирмәне. Әсәй беҙҙе – өс балаһын үҙенең йыйыштырыусы аҡсаһына үҫтерҙе. Аҡсаһыҙлыҡ, ярлылыҡ әсәйемде һәр саҡ әрләшкән, ваҡытынан алда ҡартаййған ҡатынға әйләндергәндер. Беҙҙең бер ҡасан да серләшкәнебеҙ, уның мине ҡосаҡлағаны, һыйпағаны булманы. Нимә эшләһәм дә, яратманы. Үҫмер осорона еткәс битемә һытҡылар сығып бөттө. Ошонан һуң әсәйем миңә бөтөнләй көн күрһәтмәй башланы, туҡтауһыҙ мине: “Ҡурҡынысһың, битең баҡаныҡы кеүек!”-тип ситкә этте. Әсәйемдең ошондай мөнәсәбәте булғанғамы, һәр саҡ “ҡыҙым тыуһа ине, мин уны яратыр инем” тигән хыял менән йәшәнем. Эскән атайҙан, яратмаған әсәйҙән ҡасып иртә кейәүгә сыҡтым. Тик ирем дә эсте һәм мине туҡманы. Шулай бер туҡмағанында ауырым төштө. Айырылып икенсе кешегә кейәүгә сыҡтым. Ниһайәт, хыял иткән ҡыҙым тыуҙы. Тик уға өс йәш булғанда ирем мәрхүм булды. Башҡа кейәүгә сыҡмай, үҙемде ҡыҙыма бағышланым. Үҙем ашамаһам – ашаманым, кеймәһәм – к