Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Материалдар килеп еткән

Баш ҡаланың Киров районы судына Рәсәй армияһын дискредитациялағаны өсөн “Пруфы” нәшриәтсеһе Рәүфә Рәхимоваға ҡағылышлы материалдар килеп еткән. Эштең ҡасан ҡараласағы әлегә билдәле түгел, тип хәбәр итте “Башинформ” агентлығына республика судтарының берләштерелг ән матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Анжелла Сафиуллина. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек бер юлы бер нисә телеграм-каналда “Өфөләге 9-сы полиция бүлеге “Пруфы интернет баҫмаһы” киң мәғлүмәт сараһы нәшриәтсеһе Рәүфә Рәхимоваға Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.3.3-сө статьяһы буйынса (“Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрен файҙаланыуҙы дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡ эштәр”) административ протокол төҙөнө, тигән хәбәр таралғайны. Шул уҡ ваҡытта SOTA* интернет-баҫмаһы (иногент тип танылан), үҙенең аноним сығанағына һылтанып, был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. * ағымдағы йылдың 31 майында Юстиция министрлығы SOTA баҫмаһын сит ил агенты тип таныны. Ведомство уны исемлеккә индереүҙе “баҫманың “Рәсәй Федерацияһының, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренең кире образын булдырыуға йүнәлтелгән дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе таратыуы” менән дә аңлатты.