“Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Ишембай ҡалаһы биләмәһендә 2023-2024 йылдарҙа “Ишембай ҡалаһы Йөрәге – Үҙәк паркты тергеҙеү” Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар конкурсы еңеүсеһе проекты һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты тормошҡа ашырылды. Һүҙ ҡала халҡының төп ял итеү урыны булған А.М. Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тураһында бара. Паркка 1946 йылда ҡала йәштәр паркы булараҡ нигеҙ һалына. 2000 - 2015 йылдарҙа фонтан өлөшләтә төҙөкләндерелә, аттракциондар, балалар ҡорамалдары алмаштырыла. Ә 2022 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи тораҡ пункттар конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы проектының конкурс объектын синхронлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2023 йылда 163 миллион һумлыҡ конкурс объекты (эштәре) ғәмәлгә ашырылған, шуның 95 миллион һумы – Рәсәй бюджеты, ә 50 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан. Төҙөкләндереү сиктәрендә йәйәүлеләр юлдарын төҙөкләндереү буйынса