Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Диана Сәфәрованың үлемендә ғәйепле ир һаман тыныслана алмай

Алтынсы кассация суды Вадим Латиповҡа ҡарата хөкөм ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырған. Уның ғәйебе буйынса юл-транспорт ваҡиғаһында 32 йәшлек блогер, өс бала әсәһе Диана Юнысова (Сәфәрова) һәләк булған ине. “2024 йылдың февралендә Шишмә район суды ғәйепләнеүсене юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны, иҫерек килеш рулгә ултырып, кеше үлеменә килтергәне, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырғаны өсөн ете йылға хөкөм итте. Суд шулай уҡ уға һәләк булған ҡатындың ғаиләһенә рухи зыянды ҡаплау өсөн биш миллион һум аҡса түләтергә ҡарар итте. Башҡортостандың Юғары суды хөкөм ҡарарына ялыуҙарҙы ҡарағандан һуң, ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы”, – тип хәбәр итәләр. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/bdtprb/60314