Баҡсаларҙа ҡыҙарып ултырған баланды һәр кем белә. Күптәр уны әсе булғаны өсөн ҡулланмаһа, икенселәренә емештең еҫе оҡшамай. Ә бына баландың ни тиклем шифалы икәнен белгәндәр уны йыл да йыйып, быҡтыра, ҡайнатма, ҡаҡ эшләй, шул көйө туңдырғыста һаҡлай. Баландың мең төрлө файҙаһы бар. Ундағы биологик әүҙем матдәләр күп кенә ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Мәҫәлән, күптәр уны нервы ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан ҡуллана. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы биш-ун тапҡырға күберәк. Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та яҡшы һөҙөмтә бирә. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда ла файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яраларҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә. Балан иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора, аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата, нервыны тынысландыра, холе