Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биш йәшлек ҡыҙыҡай магнит шарҙары йотҡан

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ауыр хәлдә бер баланы алып киләләр. Баҡтиһәң... “Тәжрибәле хирургтарыбыҙ биш йәшлек ҡыҙыҡайҙы етди хәүефтән ҡотҡарып, йәнә юғары һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәләкәй пациент үҙәк ҡала дауаханаһының ҡабул итеү бүлмәһенә ҡорһағы ауыртыу менән килтерелгән. Ентекле тикшереү үткәргәндән һуң рентген аппараты ярҙамында фотоға төшөргәс, ҡыҙыҡайҙың эсәгендә магнит шариктар булыуы асыҡланған. Хирургтар бала организмынан хәүефле предметтарҙы алып ташлау өсөн кисектергеһеҙ операция яһау тураһында ҡарар ҡабул итте. Медицина персоналының яйға һалынған эше һәм хирургтарҙың оҫталығы арҡаһында операция уңышлы атҡарыла, һәм магнит шарҙары ауырлыҡһыҙ алына. Операциянан һуң ҡыҙыҡай күҙәтеүгә алынған һәм сәғәт һайын уның хәле яҡшыра бара. Медицина хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы һәм яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә ҡыҙыҡайға кәрәкле ярҙам күрһәтелде, был ашығыс осраҡтарҙа тиҙ арала эш итеүҙең мөһимлеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Был осраҡ балаларҙың һаулығына иғтибар итеү һәм хатта ҙур булмаған ялыуҙарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмау мөһимлеген иҫебеҙгә төшөрә”, -тип яҙа Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Афарин, Баймаҡ табиптары! Фото һәм сығанаҡ: Илшат Рыҫҡужиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән