Быйыл классик музыка сараһы өс көн дауамында – 22 августан 24-енә тиклем бара. Шулай итеп, концерт программаһының тәүге көнөндә 24,7 мең кеше булды. Тантана ҡунаҡтары алдында Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостан дәүләт академия симфоник оркестры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Денис Мацуев, шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары – ағалы-ҡустылы Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар сығыш яһаны. Фестивалдең икенсе көнө программаһында – Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков, опера йырсыһы, Үзбәкстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов һәм иң танылған кларнетсыларҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин башҡарыуында әҫәрҙәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров артистарҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Икенсе йыл рәттән Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» фестивален үткәрәбеҙ. Был майҙан үҙ тарихында күпте күргән. 1942 йылдың ҡышында бында 112-се Башҡ
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Көҙ романтикаһы» икенсе классик музыка фестивалендә булды
23 августа 202423 авг 2024
1 мин