Быйылғы ямғыр тамам аптырата. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән халыҡҡа ҡыйын - бесән әҙерләй алмай, етмәһә, картуф та серей. Аптырағас, картуф сереп бөтмәҫ элек тип, уны ҡаҙып ала башланылар. Алыуын алалар ҙа, уныһы ла бысраҡ... Яңыраҡ Артур Иҙелбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә картуф йыуыуҙың яңы ысулын ҡулланыусы тураһында видеояҙма һалды. Унда Мәләүез районында йәшәгән бер уңған баҡсасы бетон ҡатнашмаһы әҙерләү ҡоролмаһына һалып картуф йыуа. Йыуыуын йыуа ла, тик картуфтың ҡабығы зыян күрә, тимәк, оҙаҡ һаҡлауға эшкинмәй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ - беҙҙең халыҡ алдына ниндәй генә һынауҙар килеп тыуһа ла, бирешмәй, сараһын таба. Афарин! Видеояҙма авторы Артур Иҙелбаев. Фото: скриншот.