Найти в Дзене

Үзбәкстан артисы "Көҙ романтикаһы"нда башҡортса йырланы

Фестивалдең икенсе көнө Пётр Чайковскийҙың "Аҡҡош күле" әҫәренән симфония менән асылды. Концерттың икенсе өлөшөндә сәхнә түренә Үзбәкстандан килгән йырсылар сыҡты. Үзбәкстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Женисбәк Пиязов (бас-баритон), Ҡарағалпаҡстандың атҡаҙанған артисы Бегисбай Тимербаев (тенор), Хөрсәнбәк Атаморатов (баритон), Маман Жумабаев (баритон), Отемис Джуманиязов (тенор) көнсығыш һәм көнбайыш композиторҙарының әҫәрҙәрен беҙҙең оркестр оҙатыуында башҡарҙы. Өфө тамашасылары өсөн көтөлмәгән бүләк яһап, Женисбәк Пиязов башҡорт телендә лә йырланы. Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев ижад иткән "Шайморатов генерал" һәм Рим Хәсәновтың "Ҡышҡы романс" йырҙарын әҙерләгәйне ул. – Башҡортостанға саҡырһалар, ҡыуанып килеп етәм. Бында Өфөлә генә түгел, Баймаҡ, Ишембай райондарында, Яҡтыкүл буйҙарында булғаным бар, "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнаштым. Башҡорт телендә тәүге тапҡыр ғына йырламайым, сөнки үҙебеҙҙең Ҡарағалпаҡстан Республикаһында йәшәгән

Фестивалдең икенсе көнө Пётр Чайковскийҙың "Аҡҡош күле" әҫәренән симфония менән асылды. Концерттың икенсе өлөшөндә сәхнә түренә Үзбәкстандан килгән йырсылар сыҡты. Үзбәкстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Женисбәк Пиязов (бас-баритон), Ҡарағалпаҡстандың атҡаҙанған артисы Бегисбай Тимербаев (тенор), Хөрсәнбәк Атаморатов (баритон), Маман Жумабаев (баритон), Отемис Джуманиязов (тенор) көнсығыш һәм көнбайыш композиторҙарының әҫәрҙәрен беҙҙең оркестр оҙатыуында башҡарҙы. Өфө тамашасылары өсөн көтөлмәгән бүләк яһап, Женисбәк Пиязов башҡорт телендә лә йырланы. Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев ижад иткән "Шайморатов генерал" һәм Рим Хәсәновтың "Ҡышҡы романс" йырҙарын әҙерләгәйне ул. – Башҡортостанға саҡырһалар, ҡыуанып килеп етәм. Бында Өфөлә генә түгел, Баймаҡ, Ишембай райондарында, Яҡтыкүл буйҙарында булғаным бар, "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнаштым. Башҡорт телендә тәүге тапҡыр ғына йырламайым, сөнки үҙебеҙҙең Ҡарағалпаҡстан Республикаһында йәшәгән башҡорт һәм татарҙарҙың кисәләрендә йыш сығыш яһайым. Киләһе йыл Өфөлә яңғыҙ концертымды ҡуйырға йыйынам, – тине донъя кимәлендә билдәле бас Женисбәк Пиязов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисәге концертта донъяның иң билдәле пианистарының береһе Денис Мацуев һәм шулай уҡ киң танылған опера йырсылары ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар сығыш яһаны. Иртәгә, фестивалдең аҙаҡҡы көнөндә, Евгений Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры рус классиктарының әҫәрҙәрен уйнап ишеттерә. "Көҙ романтикаһы"ның икенсе көнөндәге концертты ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.