Тантаналы сара Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында уҙҙы. Унда республика ғилми-мәғариф үҙәгенең идара итеү компанияһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институты вәкилдәре ҡатнашты. – Бөгөн Башҡортостанда фәнни-популяр туризмды үҫтереү сиктәрендә өсөнсө маршрутты ғәмәлгә индерәбеҙ. Турҙарҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Һеҙ киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға кәрәклеген белһен өсөн университеттарҙың ҡаҙаныштарын күрһәтәбеҙ. Проектты Башҡортостан Башлығы булышлығында тормошҡа ашырабыҙ, – тине ҡатнашыусыларға Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова. Өфө уҡыусылары һәм студенттары химия йүнәлешенә арналған турҙы тәүгеләрҙән булып үтте. Балалар Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Федераль тикшеренеү үҙәге институты лабораторияларында булды. «Дмитрий Менделеев. Өфө – Рәсәйҙең химик баш ҡа