Һалдаттарҙы танһыҡ йоҡоһонан ҡоймаҡ еҫе уятты. Тыныс тормоштоң "тәмле иҫтәлеге", күңел ҡапҡаларын асып, бала саҡ хәтирәләрен яңыртты, ауыл урамдарын уратты... Окоп түренә "Һандуғас" урынлашҡан көндән башлап егеттәрҙең ығы- зығылы тормошона йәм керҙе, һайрар ҡоштоҡолай наҙлы моңо тирә- яҡтағы йән өшөткөс ысынбарлыҡты мөғжизәгә сорнаны. – Автоматтан атырға иҫәп юҡ, ә бына алыштарҙан һуң һалдаттарҙы ҡайнар аш, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу – ҡулдан килә торған эш, – тине үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған "Һандуғас". – Илһөйәрлек ҡаныма һалынған. Күп бала әсәһе, яугир ҡатыны булғанға күрә Рәсәй Оборона министрлығы минең менән контракт төҙөүҙе кире ҡакты. Шуға ҡарамаҫтан, балаларҙы йәйге ялға олатай- өләсәйҙәре янында ҡалдырып, атай-әсәй фатихаһын алып, үҙ теләгем менән ил сигендә урынлашҡан ашханаға эшкә урынлаштым. Ашнаҡсылар әҙерләү курсын үтһәм дә, был һөнәрҙең ни тиклем яуаплылыҡ һәм түҙемлек талап итеүен бында килгәс кенә аңланым. Бер ай эсендә аш-һыу әҙерләүҙә тәжрибә туплап, иремә яҡыныраҡ булырға хәл иттем һәм хәрби операция биләмәһенә үттем. Был аҙымдың ни тиклем яуаплы һәм хәүефле икәне билдәле. Балаларымды тыныс тормошта, атай иғтибары һәм хәстәрендә үҫтереү теләге миңә көс биреп торҙо. Һуңғы хәлдәр ил сиген ябылыуға килтереү сәбәпле, һөйгәнем янында оҙаҡҡа ҡала алманым. Һанаулы ғына көндәр эсендә тәмле аш, ҡоймаҡ һәм бөйөрөктәр менән һайланым егеттәрҙе. Эштән бушаған арала моңло йырҙар йырлап, һағыштарҙы тараттыҡ. Егеттәребеҙҙең теләге бер – илебеҙҙә тыныслыҡтың урынлашыуы. МХО биләмәһенән сыҡҡан көндән башлап яугирҙәргә көнкүреш кәрәк-ярағын йыйыуҙы ойошторҙом. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек, ир-егеттәребеҙҙең рухын күтәрәйек. Берҙәмлектә көс икәнен онотмайыҡ! – ти сая ҡатын. “Илһөйәрлек – ул һүҙ һөйләү генә түгел, ә ысын эштәр”, – тигән билдәле рус тәнҡитсеһе Виссарион Белинский. Хаҡ һүҙҙәр, сөнки һайрар өсөн "Һандуғас"ҡа аҡса, исем-дәрәжә, дан-шөһрәт тә кәрәкмәй икән. Йөрәк түренән сыҡҡан моң шишмәһе Еңеү рухы менән урғылып ағыла ла ағыла. Сәлимә ЗАКИРОВА. Фото һәм видео "Һандуғас"тың шәхси архивынан.