Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 95 йыл тула. Әҙәбиәт һөйөүселәргә киң билдәле “Ҡуштирәк”, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”, “Ҡош юлы”, “Өйөрмә”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ”, “Каруан”, “Пандора ҡумтаһы” романдарын, “Гөлбикә”, “Туй”, “Осар ҡоштар”, “Алтынсәс”, “Күпер”, “Бәйге”, “Аҡһаҡ бүре”, “Яңғыҙ юлаусы” повестарын ижад иткән арзаҡлы шәхестең исеме Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә билдәле. Яҙыусы-фронтовиктың тыуған көнө уңайынан йыл һайын ҡәберенә зыярат ҡылыу дәүләкәндәрҙең матур йолаһына әйләнгән. Быйыл да яҡташтары Өфөлә Әхиәр Хәкимовты иҫкә алды. Артабан Дәүләкән районы делегациһы һәм республканың билдәле яҙыусылары, ғалимдары, Әхиәр Хәкимовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Сара БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы. Унда яҙыусының тормошон юлына, бай ижади мираҫына байҡау яһалды. Әхиәр Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. 14 йәшендә ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1943
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына – 95 йыл
23 августа 202423 авг 2024
2 мин