Башҡортостанда мәҙәниәт тармағы ҙур йәнлелек менән үҫешеүен дауам итә, һәм был төрлө йүнәлештәрҙә сағыла. Үҫеш республика етәкселегенең бында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телен, тарихын һаҡлау һәм өйрәнеүгә етди иғтибар бүлеүенә лә бәйле. Беҙҙә башҡорт һәм бүтән төрлө милләттәрҙең йола, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен һаҡлауға, милли үҙаңды үҫтереүгә булышлыҡ иткән тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшләй, улар телдәрҙе һаҡлауға, өйрәнеүгә лә, әлбиттә, ярайһы өлөш индерә. Башҡортостанда әлеге көндә 25 шундай үҙәк бар, улар республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы статусын йөрөтә. 2021 йылда ошондай үҙәктәрҙең береһе Туймазы районында асылды. Башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте үҙәге был тарафта йәшәгән төньяҡ-көнбайыш башҡорттары өсөн көтөп алынған бүләк булды, тиеү бер ҙә арттырыу булмаҫ. Үҙәк эшенең төп йүнәлештәренең береһе – Ыҡ буйы башҡорттарының тарихын өйрәнеү, мираҫын һаҡлау. Туймазы башҡорттары күңелендә бик күптән яралған рухи ихтыяж – шәжәрәләрен асыҡлау буйынса эш тә әүҙемләшә. Халыҡ нәҫел тамыр