Спорт сараһы кисә, Рәсәй флагы көнөндә ойошторолған. Килеүселәрҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев тәбрикләгән. Спорт сараһын "Башҡортостандың иң көслө кешеһе" титулын йөрөтөүсе, мас-рестлинг һәм пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүсе, Башҡортостандың Көс экстримы федерацияһы президенты Динис Ваһапов ойошторған. Был хаҡта "Кармаскалинская новь" гәзите үҙ төркөмөндә яҙа. Динис Ваһапов үҙенең спорттағы карьераһы тураһында һөйләп ишеттергән. "Спортҡа өс ярым йыл элек килдем. Быға үҙем тиңләшергә теләгән геройҙар булышлыҡ итте. Эльбрус Ниғмәтуллин, Михаил кокляев һәм башҡаларҙың ҡаҙаныштарын күҙәтеп барҙым. В. турчинский ҡатнашҡан фильмдарҙы ҡараным. беренсе тапҡыр Э. Ниғмәтуллин ойошторған "Урал батыр" турнирында ҡатнаштым. Спорт көс һәм ышаныс бирә, тип әйткем килә. Өс төп ҡағиҙәгә таянам - ҡурҡмаҫҡа, көсөңә ышанырға. ныҡыш һәм дисциплиналы булырға, - ти ул. Сығышында үҙен бик йылы ҡабул иткән ҡырмыҫҡалыларға рәхмәт белдерә. Спортсы көс экстримы, автомобиль күтәреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа уның ҡатмарлы бурысты еңел атҡарғанын һоҡланып күҙәткән. "Сара бик оҡшаны, күңелле, ҡыҙыҡ булды", - ти Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыһы Азат Ғәлиев. Йыйылыусылар Д. Ваһапов менән аралашҡан, уға сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биргән. Сараға байтаҡ халыҡ килгән. "Йөрәк маршруты"нда ҡунаҡтар ҙа ҡатнашҡан. Спортсы йыйылыусылар менән күнекмә лә үткәргән. Майҙанда мобиль ФАП ҡуйылған, унда теләүселәр табиптарға күренгән, үҙәк район дауаханаһының тәжрибәле белгестәренән консультация алған. Сығанаҡ, фото: vk.com/karmaskaly_rayon