Был юлы Гөлназ Ишемғолова рецепты буйынса тәмле алма бәлеше бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле. "Хәтәр тәмле алма бәлеше бешерҙем. Ул тәмлелеге, ул матурлығы....Һоҡланып бер булдым. Бер ҡап аҡ майҙы (маргарин да ярай, "Пышный","Пышка",йә "Хозяюшка") алдан һыуытҡыстан алып ҡуйҙым, йомшай торһон. 3 йомортҡаның һарыһына (ағын ситкә алып тороғоҙ) бер стакан шәкәр ҡушып ныҡ ҡына итеп туғыным да, йомшарған аҡмайҙы, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты сәй ҡалағы соданы, самалап он ҡушып ҡамыр баҫтым. Бындай татлы ҡамырҙы таҡтала йәйеүе ауыр, шуға ҡамырҙың әҙерәк өлөшөн туңдырғысҡа тыҡтым,аҙаҡ кәрәк буласаҡ)) Ҡалғанын табаға ҡул менән йәйҙем. Ситтәрен бейек кенә итеп күтәрттем. Эсенә 3-4 алманы ҡырып һалдым да, өстөнә баяғы йомортҡаның ағын ярты стакан шәкәр менән туғып ҡойҙом. Бына инде сират туңдырғыста ял итеп ятҡан ҡамырға ла етте. Бәлештең иң өҫтөнә ошо ҡамырҙы ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ һәм 40 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ. Мин әйтте тиерһегеҙ, иҫ киткес тәмле бәлеш бөтәгеҙгә лә оҡшаясаҡ, эҫе к