Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡорт телен модаға индереп булырмы?

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен киң йәмәғәтселеккә еткереү йәһәтенән Аҡмулла университетына тиң уҡыу йорто юҡтыр. Илдең башҡа юғары уҡыу йорттарындағы кеүек үк, бында уҡытыу рус телендә алып барыла, шул уҡ ваҡытта педагогия йүнәлешендә белем алған студенттар башҡорт телен факультатив курс булараҡ өйрәнә. Милли кадрҙар әҙерләү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә буйынса университетта алып барылған әһәмиәтле саралар тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Сәлимә ТАҺИРОВА һөйләне. – Сәлимә Айбулат ҡыҙы, республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән гранттар бүленә. Аҡмулла университеты ошондай мөмкинлектән файҙаланамы? – Ғалимдарыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ менән бер рәттән студенттар ҙа башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө кимәлдәге грант эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Иң эре проекттарыбыҙ электрон ресурстарға бәйле. Улар – башҡорт телен дистанцион өйрәнеү буйынса интернет-ресурс һәм “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” платформаһы. Әлеге көндә башҡорт телен өйрәнеү буйынса байтаҡ системалар бар, ә беҙҙең проект – был өлкәләге тәүге тәжрибә. Ул өс кимәлдән тора һәм башҡорт телен үҙ аллы өйрәнергә ярҙам итә. Ресурс Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһына ярашлы башҡарылды. “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар” платформаһы иһә сит илдәрҙә, өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туланы, улар араһында оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылды. Аҡмулла университетының “Остаз” оҫтаханаһы проекты ла Республика Башлығы грантына эйә булды. Ул балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә тәғәйенләнгән. Беҙ башҡорт теленең өс диалект вәкилдәре өсөн уҡытыу-методик комплексын әҙерләнек, интерактив ҡушымта эшләнек. – Һеҙ етәкселек иткән кафедра республика белем һәм тәрбиә биреү ойошмалары өсөн дәреслектәр, уҡыу программалары һәм ҡулланмалары төҙөүгә ҙур итибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла? – Билдәле булыуынса, аҙаҡҡы йылдарҙа илдең һәр төбәгендә полилингваль белем биреү ойошмалары эшмәкәрлеге үҫеш алды. Ошоға бәйле университет алты төбәк миҫалында Рәсәй мәғариф министрлығының фәнни-тикшеренеү проектын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эшкә тотондо. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә полилингваль белем биреү өлкәһендә байтаҡ эш башҡарылды: беренсе кластар өсөн вариатив уҡытыу-методик комплексы, һүҙлектәр, дидактик материалдар, монография һәм башҡа хеҙмәттәр донъя күрҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәҡдиме буйынса башҡорт филологияһы факультеты ғалим-уҡытыусылары Туған телдәр федераль институты менән берлектә туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса методик тәҡдимдәр төҙөүҙә ҡатнашты. – Аҡмулла университеты – башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты ойоштороусыларҙың береһе. Диктантты Рәсәйҙең күп төбәгендә, сит илдәрҙә, ғөмүмән, барлығы 2 меңдән ашыу майҙансыҡта яҙалар. Быйыл унда 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Сәлимә Айбулат ҡыҙы, һеҙҙеңсә, сараны киң танылыу алыуы нимәгә бәйле? – Был акция йәмәғәтселек иғтибарын туған телде өйрәнеүгә йәлеп итеүгә, тел мәҙәниәтен күтәреүгә, Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен танытыуға йүнәлтелгән. Халыҡ-ара диктанттың танылыуы, тәү сиратта, унда республика етәкселегенең, депутаттарҙың, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм артистарҙың ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашыуына бәйле. Икенсенән, ҡатнашыусыларға һайлау мөмкинлеге бирелә – телде башланғыс кимәлдә белеүсе лә, иркен аралашыусы ла үҙ кимәленә тура килгән тексты яҙа ала. Өсөнсөнән, диктант яҙыу кешеләрҙе берләштереүсе матур йолаға әүерелде: йәше лә, олоһо ла милли кейемдәр кейеп килә, өйҙән яҙыусылар социаль селтәрҙә ғаилә фотоһы менән уртаҡлаша, диктант яҙыу майҙансыҡтарында төрлө мәҙәни саралар ойошторола. Шуға ла халыҡ башҡорт теленән диктантты көтөп ала. – Аҡмулла университетында “Әсә теле” республика конкурсы ла ойошторолоп килә. Унда кемдәр көс һынаша? – “Әсә теле” – Башҡортостан Республикаһының юғары белем биреү һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы ул. Конкурстың маҡсаты – иң яҡшы студенттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, шулай уҡ уҡытыусы һөнәренең баһаһын арттырыу һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының абруйын нығытыу. Конкурс тиҫтә йыл буйы көнүҙәклеген юғалтмай, үҫешә бара. – Студенттар араһында телгә ҡыҙыҡһыныу арттырыр өсөн ниндәй саралар үткәрелә? – Республика халҡы яратып өлгөргән “Йөрәк һүҙе” проектына эйәреп, үҙебеҙҙә “Йөрәк һүҙе” факультет-ара конкурсын үткәрәбеҙ. Быйылғыһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды. Нәфис һүҙ аша йәштәрҙә телгә һөйөү тәрбиәләргә, милли әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышабыҙ. Шулай уҡ квиз-уйындар, мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған башҡорт теленән Аҡмулла олимпиадаһы һәм башҡа саралар башҡорт телен өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шуныһы ҡыуаныслы: проект эштәрен башҡарыуҙа студенттар ҙа әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа йәштәребеҙҙең бөтә Рәсәй кокурсында еңгән “Беҙҙең Аҡмулла” уйыны, Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡарылған “ЙырАлыш” уйыны айырыуса иғтибарға лайыҡ. – Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлағас та: “Башҡорт телен белеүҙе модаға әйләндерергә кәрәк”, – тигәйне. Һеҙҙеңсә, быға өлгәшеп буласаҡмы? – Бөйөк рус яҙыусыһы Михаил Александрович Шолохов: “Тел – халыҡтың бөйөк байлығы”, – тигән. Тел беҙ тыуғанға тиклем булған, беҙҙән һуң да йәшәйәсәк, һәр быуындың бурысы – ата-бабаларыбыҙ мираҫын киләһе быуынға еткереү, һаҡлау һәм байытыу. Башҡорт теленә бәйле сараларҙа ҡатнашһаң, уларға ғаиләңде һәм дуҫтарыңды йәлеп итһәң, яҡындарың менән башҡортса аралашһаң, интернет селтәрендә башҡортса яҙышһаң, туған тлебеҙҙе үҫтереүгә өлөш индеҙең, тигән һүҙ. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәр кемгә телде үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеген бирә: уңышлы проект авторҙары уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән матди ярҙамға дәғүә итә ала. Әлеге көнгә 10 еңеүсенең проекты бойомға ашырылған. Улар – урам буйында үткәрелә торған акциялар, балалар өсөн саралар, интернетта башҡорт телен популярлаштырыу буйынса сифатлы контент. Тимәк, туған телде үҫтереү өсөн ситтән ярҙам көтөп ултырмаҫҡа, ә үҙебеҙгә әүҙемлек күрһәтергә, республика етәкселеге булдырған мөмкинлектәрҙән файҙаланырға кәрәк. Шул саҡта ғына, Башҡортостан Башлығы әйткәнсә, башҡорт телен белеүҙе модаға әйләндерә алырбыҙ. Римма МИҢЛЕӘХМӘТОВА әңгәмәләште. Фотолар: М Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтынан.