Был аҙнаны БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы тип иғлан иткәйне. Был акцияға Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова ла ҡушылды. - Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙ дыу килтереп Өфөнөң 450 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнеп ята бит инде. Бик хуп, бик мәслихәт! Баш ҡалабыҙ тағы ла матурайып ҡалыр, исмаһам! Шул уҡ 450 йыллыҡ уңайынан алтаҡталарҙы дөрөҫ итеп яҙыу аҙналығы ла иғлан итеп ташланылар. Быныһы ла маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ эш: шайтан ботон һындырмалы хаталар кәмеп ҡалыр, исмаһам, тип ҡыуана - ҡыуана урамдан китеп барһам, өп-өр яңы ғына бер туҡталышты яңынан эшләп бөтөп, һарылы - ҡаралы шарҙар элеп, асырға әҙерләнеп ятҡан бер төркөм эшем эйәләренә иғтибар итә ҡуйҙым. Башты күтәреп, өҫтә торған яҙыуҙы уҡып ебәрһәм, йә, Хоҙай?! Нимә, хәҙер тыныш билдәләрен ҡайҙа һәм нисек теләйһең, шунда ҡуйырға буламы икән әллә?! Шулай уҡ туҡталыш атамаһы ҙур хәреф
"Шайтан ботон һындырмалы хаталар кәмеп ҡалыр, исмаһам"
23 августа 202423 авг 2024
1
1 мин