Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшләп йөрөгән йәштәрҙең I съезы үтте

Слетта 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар — 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш профессионалдар, төбәктең предприятиелар һәм ойошмаларҙың йәштәр советы вәкилдәре. Фекер алышыуҙар һәм сессиялар барышында улар йәштәр сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен, үҫеш өсөн шарттар булдырыу, эшләп йөрөгән йәштәрҙе профессиональ һәм ижади үҫтереү, хеҙмәт коллективтарында йәштәрҙең үҙидара структураһын камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. "Республикала йәштәр күп, 35 йәшкә тиклемгеләр һаны 1 миллиондан саҡ ҡына күберәк. Мин йыш ҡына мәктәп уҡыусылары, сығарылыш уҡыусылары, колледж студенттары, юғары уҡыу йорто студенттары менән осрашам. Һеҙ ҡыҙыҡ, сөнки тормошта бер аҙ уңышҡа өлгәштегеҙ ҙә инде, билдәле бер юлды һайлағанһығыҙ, беҙҙең предприятиеларҙа эшләйһегеҙ, ижад итәһегеҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа инженерҙар ҙа, хатта вазифа биләгәндәр ҙә бар. Күптәрегеҙ үҙегеҙҙе эшкә генә бағышламай, республика һәм халыҡ өсөн дә, шул иҫәптән ирекмән булараҡ та файҙалы эштәр атҡара. Был хөрмәткә лайыҡ. Сөнки һеҙ – Башҡортостан үҫешен билдәләйәсәк быуын, – тине Радий Хәбиров сығышында. Артабан Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Әйтәйек, йәштәрҙең береһе сираттағы ултырышты республиканың туристик урындарының береһендә үткәрергә тәҡдим итте. Төбәк башлығы был башланғысты хупланы һәм Бөрйән районындағы Шулгән-Таш музейы йәки Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге сараны үткәреү өсөн потенциаль майҙансыҡ булырға мөмкин тип билдәләне. Ултырышта ҡатнашыусы, “РН-Сервис” компанияһы вәкиле, республика алдында йәштәр сәйәсәте өлкәһендә ниндәй төп бурыстар тора, тигән һорау бирҙе. – Иң мөһиме, минеңсә, власть менән йәштәр араһында аралашыу булдырыу. Бер-беребеҙҙе аңлау һәм ишетеү бик мөһим. Йәштәр властың нимә менән шөғөлләнеүен аңлаһын өсөн был бик кәрәк. Бының өсөн нимә менән шөғөлләнеүебеҙҙе һәм ни өсөн эшләгәнебеҙҙе аңлатырға кәрәк. Ә икенсе яҡтан, власть һеҙҙе нимә борсоғанын аңларға тейеш. Бының өсөн төрлө ҡоралдар ярҙамында аралашыу талап итә – бөгөнгө кеүек осрашыуҙар, муниципалитет етәкселәренең һәм тейешле ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәренең һөҙөмтәле эше. Бер-беребеҙҙе яҡшы аңлау мөһим. Иң мөһиме – ышаныс, сөнки ышаныс юҡ икән, ҡыйын. У уны яулауы оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс, — тине төбәк башлығы Радий Хәбиров. Йәштәрҙе карьера баҫҡысында күтәрелеүе тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артабанғы һөнәри үҫеш юлын йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйләгәндәргә уңыш йылмаясаҡ тине. Йәштәрҙең төп эшенән тыш, файҙалы эштәр башҡарырға — ирекмән булып эшләргә, йәмәғәт башланғыстары менән шөғөлләнергә теләктәре булыу ҡыуандыра тип билдәләне Радий Хәбиров. "Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса илебеҙҙә яңы "Йәштәр һәм балалар" милли проекты эшләй башлаясаҡ. Уның йүнәлештәренең береһе булып эшләүсе йәштәр менән системалы эш, шул иҫәптән ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа йәштәр советтарын үҫтереү торасаҡ. Шуға күрә беҙҙең менән бәйләнеш нөктәләре күберәк буласаҡ”, — тине Радий Хәбиров. “Башҡорт сода компанияһының” йәш белгестәре предприятиеның тотороҡло эшләүе өсөн сеймал мәсьәләһе нисек хәл ителәсәген һораны. — Билдәле булыуынса, ил Президентының ҡарары буйынса “БСК” акцияларының контроль пакеты республика ҡулында. Компания етәкселеге менән берлектә Хөкүмәт предприятиеның дөйөм үҫеш линияһын билдәләй. Шихандарҙы эшкәртеү мәсьәләһе мәңгегә ябыҡ, тип тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алам. Был тауҙар беҙҙең дөйөм мираҫыбыҙ. Әлегә компания Шахтауҙа булған ятҡылыҡты үҙләштереүен дауам итә. Эксперт баһаһы буйынса, алдағы 5-10 йылға сеймал етерлек булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта республиканың башҡа урындарында ла яраҡлы сеймал эҙләйҙәр. Бының өсөн ваҡыт етерлек әле. Хөкүмәт контроле аҫтында булған икенсе пункт — тупланған экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү. Производствоны системалы модернизациялау бара. Бөтә өлкәләрҙә лә республика “БСК” менән ярайһы уҡ эшлекле һөйләшеү алып бара, — тине республика башлығы Радий Хәбиров. Ултырыш барышында ҡатнашыусылар предприятиеларҙың етәксе вазифаларында эшләү өсөн конкурстарҙың һөҙөмтәлелеге мәсьәләһен күтәрҙе. "Республикала бер нисә конкурс үтте, әммә, ғөмүмән, уларҙың һөҙөмтәләренә әллә ни фәһем бирелмәне. Йәштәргә профессиональ, социаль үҫеш кәрәклеген яҡшы аңлайым. Шуға күрә Башҡортостанда бындай конкурстар яңынан башлана, әммә уларҙың форматы үҙгәрәсәк", - тине Республика Башлығы. Һорауҙарҙың береһе республика кимәлендә йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҡағылыды. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, тыуым кимәлен арттырыуға һәм йәш ғаиләләрҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән федераль финанс саралары әлегә етерлек. "Республикала ғүмер оҙонлоғон арттырыуға өлгәшеүебеҙ мөһим. Әле ул 73 йылдан ашыу. Хәҙер төп мәсьәлә – тыуым кимәлен арттырыу. Ер йөҙөндә балаларҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ, тип әйткем килә. Ә улар ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Шуға күрә мөмкин тиклем күберәк бала табығыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Тағы ла бер мәсьәлә – республика конкурстарында ҡатнашҡан йәштәр проекттарын баһалау саралары. Ирекмән Әмир Ҡорбанов билдәләүенсә, уларҙың ҡайһы берҙәре "матур төргәк"тә тәҡдим ителһә лә, әммә, ысынында тормошҡа ашырылмай. Ул баһалама ағзаларының составын көсәйтергә, махсус компетентлы эксперттар саҡырырға тәҡдим итте. Улар башланғыстарҙы һайлай ала, уларҙы тормошҡа ашырыу ысынлап та республиканың мәнфәғәтенә һәм сәскә атыуына йүнәлтелгән булырға тейеш тип үҙ фекерен белдерҙе ул. — Эшемдә "таблолағы иҫәп" тип аталған принцип бар. Шәп футбол уйнарға һәм 250 тапҡыр пенальти һуғырға мөмкин, әммә тубы ҡапҡаға осоп ингән кеше еңә. Был һөҙөмтәләргә иғтибарҙы йүнәлтә. Әммә һөҙөмтә бирәсәк һм тормошҡа ашырылырҙай проект еңергә тейеш, тип һеҙҙең менән килешәм. Эксперттар, баһалама ағзалары шуны аңлап эш итергә тейеш», — тине төбәк башлығы Радий Хәбиров. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға конструктив диалог өсөн рәхмәт белдерҙе, һөнәри уңыштар теләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. "Бик аҡыллы кешеләр йыйылған. Мин уларҙы хөрмәт итәм”, — тине осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәк башлығы Радий Хәбиров. Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.