– Фәйзи Ғәскәров һалған бейеүҙәрҙе өйрәнеүе минең өсөн ауырыраҡ. “Өс таған”да бабайҙың партияһы ҡатмарлы, дөрөҫөрәге, ролгә инеүе ҡыйын. Гримын эшләү ҙә оҫталыҡ талап итә. Барыһына ла ансамблдең ветерандары Филүс Ҡаҙаҡбаев менән Азамат Нуриманов өйрәтте. Бейеүҙе өйрәнгән осорҙа Фәррәх ҡартатайым атай-әсәйем йортонда йәшәй ине. 90 йәшкә етеп барған ҡартатайҙың артынан эйәреп йөрөп, хәрәкәттәрен ҡабатлап, атлауын, башын нисек бороп ҡарауын, нисек һөйләшеүен отоп алдым. Хәҙер ҡартатайым арабыҙҙа юҡ инде, әммә уның образы “Өс таған” бейеүендә йәшәй. Туғандар минең сығышты ҡараһа, сәхнәгә ҡартатайың килеп сыҡҡан һымаҡ, хәрәкәттәрен ныҡ оҡшатып эшләйһең, тип һөйөнә. Ул бейеүҙең нескәлектәрен асып бөтөрөрлөк түгел, һаман да образымды камиллаштырыу өҫтөндәмен. Фото һәм видео Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле архивынан.